From Wikipedia, the free encyclopedia
Сталактиттар (греч. Σταλακτίτης — «тамсынан хасил булған») — карст мәмерйәләрендәге түшәмдәренән һәленеп торған һемоген ултырма «имсәктәр» (боҙ һөңгөләре, һаламсыҡтар, кикректәр, суҡтар һ.б.).
Сталактит | |
Ҡапма-ҡаршыһы | Сталагмит |
---|---|
Сталактит Викимилектә |
«Сталактит» терминын 17-се быуатта дания врачы Оле Ворм уйлап сығарған[1], был латин һүҙен ул грекса σταλακτός (stalaktos, «тамыусы») һәм грек -ίτης (эйә тигәнгә бәйле -ites) суффиксын ҡушып яһаған[2]
Тар мәғәнәлә, эсе ҡыуыш («көпшәле сталактиттар») йәки ҡыуышлыҡһыҙ, кальцит тамсыларҙан хасил булған һарҡындылар сталактит тип атала. Киң мәғәнәлә, түшәмдә бөтөнләй башҡа юл менән төрлө һынға инеп барлыҡҡа килгән барлыҡ төр һарҡындылар (боҙ, балсыҡ, гипс, тоҙ, лава сталактиттар).
Башҡортостандағы мәмерйәләрҙә лә сталагмиттар һәм сталактиттар бар. Шуларҙың береһе Күлйорттамаҡ мәмерйәһе (Космонавтар мәмерйәһе) — Башҡортостандың Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылынан көньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң ярында Шүлгәнташ мәмерйәһенән 2 км түбәндәрәк урынлашҡан[3]. 1965 йылдар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлап ителгән. Мәмерйә түшәме кальцит һарҡымдары, сталактиттар менән ҡапланған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.