Спорт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Спорт (ингл. sport, иҫке француз теленән «уйын», «күңел асыу» тип тәржемә ителгән desport һүҙенән ҡыҫҡартып яһалған) — кешеләрҙең (спортсыларҙың) физик һәм (йәки) интеллектуаль һәләттәрен сағыштырыуға ҡоролған һәм тәғәйен ҡағиҙәләр буйынса ойошторолған эшмәкәрлек, шулай уҡ ошо эшмәкәрлеккә әҙерләнеү һәм уның барышында хасил булған шәхес-ара мөнәсәбәттәр.
Спорт — физик йә интеллектуаль әүҙемлектең үҙенсәлекле төрө, ул ярышыу маҡсатында ойошторола һәм тән яҙыу күнекмәләре менән күнегеүҙән торған маҡсатҡа ярашлы әҙерләнеүҙе үҙ эсенә ала. Ял менән бергә физик сәләмәтлекте тора-бара һәм әкренләп нығытыуға, интеллект кимәлен арттырыуға, мораль ҡәнәғәтләнеү алыуға, камиллыҡҡа, шәхси, төркөм һәм абсолют рекордтарҙы яңыртыуға, данға, физик мөмкинлектәрҙе һәм таһыллыҡты, оҫталыҡты үҫтереү ынтылышына ҡоролоп, спорт кешенең физик һәмпсихологик күрһәткестәрен яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Спорт миллионлаған кешеләргә үҙҙәренең физик үҙенсәлектәрен һәм хәрәкәт мөмкинлектәрен камиллаштырырға, сәләмәтлектәрен нығытырға һәм төрлө хеҙмәт менән шөғөлләнә алырлыҡ ғүмер йылдарын оҙайтырға мөмкинлек бирә.
Юғары ҡаҙаныштар спортының маҡсаты ҙур ярыштарҙа еңеүҙәргә йә мөмкин тиклем юғарыраҡ күрһәткестәргә ирешеүҙән тора.