From Wikipedia, the free encyclopedia
Спирттар (лат. spiritus — еҫ, йән алкого́ли , ғәр. الكحول аль-кухуль — порошок[1]) — туйындырылған углерод атомы бер йәки күберәк гидроксиль төркөмө (гидроксил, −OH) менән берләшкән органик берләшмә.
Спирттарҙы һыу (H−O−H) молекулаһындағы водород атомы функциональ органик төркөмгә R−O−H алышынған тип тә ҡарарға була.
ИЮПАК номенклатураһы буйынса, гидроксиль төркөм туйындырылмаған углерод атомы менән берләшкән осраҡта «енолы» ялғауы ҡушыла)[2] и «фенолы» (гидроксил связан с бензольным или другим ароматическим циклом)[3].
Спирттар тәбиғәттә киң таралған һәм тере организмдарҙа мөһим функцияларҙы башҡарыусы киң һәм күп төрлө органик ҡушылмалар класы булып тора . Спирттар органик синтез өсөн маҡсатҡа ярашлы продукт ҡына түгел, арауыҡта барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле химик матдәләр булыуы менән дә мөһим. Бынан тыш, спирттар сәнәғәт өсөн мөһим продукт булараҡ сәнәғәттә һәм көндәлек тормошта ҡулланыла .
Алкого́ль һүҙе ғәр. الكحل (al-kuḥl) — «порошок һымаҡ ҙөрмә» һүҙенән килеп сыҡҡан. Был төшөнсә алхимия заманында, матдәнең таҙа эссенцияһын алыу өсөн, химик матдәне порошокка тиклем ҡайтарыу ысулынан уҡ килә. Этил спирты шарап эссенцияһы булып тора, исеме лә шунан килеп сыҡҡан[1]. Рус теленә нем. Alkohol, нидерл. alkohol һәм порт., исп. alcohol телдәренән килеп ингән[4].
Рус теленә спирт һүҙе Петр I заманында инглиз телендәге spirit һүҙенән килгән. Был һүҙ үҙ сиратында латин телендәге spīritus — «һулыш, йән»[5] тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан.
Спирттар түбәндәгесә класификациялана (йәйә эсендә миҫалдар)[6]:
— бер атомлы спирттар (метанол);
— ике атомлы спирттар (этиленгликоль);
— өс атомлы спирттар (глицерин);
— дүрт атомлы спирттар (пентаэритрит);
— күп атомлы спирттар (биш атомлы спирт: ксилит).
Составында этанол булған иҫерткес эсемлек кешелек донъяһына күптән билдәле. 8000 йыл элек кешеләр әсегән емеш-еләктең йоғонтоһон белгән, һуңынан әсетеү ысулы менән емеш-еләктән, балдан иҫерткес эсемлектәр ҡойғандар[7]. Иртә неолит осоронда, Б.Э.Т 6500 — 7000 йылдарҙа уҡ ферментланған дөгө, бал, йөҙөм һәм башҡа емеш-еләк етештергәндәр, шарап етештереү хәҙерге Ҡытайҙың Хэнань провинцияһында Б.Э.Т 5400-5000 йылдарҙа уҡ билдәле булған. Был турала табылған археологик ҡаҙылмалар һөйләй[8].
Спиртты винонан беренсе мәртәбә ғәрәп химиктары VI—VII быуатта айырып ала. Спиртты айырып алыу ысулы фарси алхимигы Ар-Рази хәҙмәттәрендә лә бар[9]. Европала этил спирты әсеү продукттарынан Италияла XI—XII быуатта айырып алына[10].
Рәсәйгә спирт беренсе мәртәбә 1386 йылда килтерелә. «Аква вита» исеме менән спиртты генуэз илсәләре Бөйөк кенәз һарайына килтерә[11].
1661 йылда инглиз химигы Роберт Бойль ағасты ҡыуыу ысулы менән метанол спирты алыуға ирешә[12]. Рус химигы Т. Е. Ловиц уның һыуҙыға иремәһенән абсолют этил спиртын алыу ысулын өйрәнә[10][13].
1842 йылда немец химигы Я.Г. Шиль спирттарҙың гомологик рәте булыуы тураһында яҙа, әммә ул рәтте C2H2 тип яҙып яңылыша. Ике йылдан һуң химик Шарль Жерар дөрөҫ гомологик айырманы CH2 билдәләй һәм ул ваҡытта билдәһеҙ булған пропанол спирты булыуы тураһында яҙа][14]. 1850 йылда инглиз химигы Александр Вильямсон алкоголят реакцияһын тикшереп, этил спирты һыу молекулаһында бер водород атомы гидроксиль төркөмгә алышынған сығарылма булыуы тураһында яҙа һәм эксперимент ысулы менән C2H5OH формулынһын раҫлап ҡуя[15].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.