Социализм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Социали́зм — социаль ғәҙеллек, ирек һәм бойондороҡһоҙлоҡ, социаль тигеҙлек принциптарын тормошҡа ашырыуҙы үҙенең маҡсаты һәм идеалы итеп ҡуйған тәғлимәт (доктрина). «Социализм» төшөнсәһе бер үк ваҡытта ошо принциптарҙы тормошҡа ашырған ижтимағи ҡоролошто ла аңлата[1]. Бының өсөн социализм үҙе алдына глобаль бурыс ҡуя: бар булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, капитализмды ҡолатыу һәм яҡын киләсәктә кешелектең ал тарихын тамамлаусы һәм бар яҡтан камил булған йәмғиәт төҙөү[2]. Британник энциклопедияһында билдәләнеүенсә, социализм — ул йәмәғәт милкенә йәки милек һәм тәбиғи байлыҡтарға йәмәғәт контроленә саҡырған ижтимағи-иҡтисад доктринаһы[3]; милекте дөйөмләштереү (йәмәғәт милкенә әйләндереү), ғөмүмән алғанда, социализмдың иң мөһим билдәләренең береһе итеп ҡарала[4].
Социализм | |
Идеялар | |
Анархизм | |
Йәмәғәт милке | |
Ҡатнаш иҡтисад | |
Демократия | |
Йоғонто | |
Марксизм | |
Эгалитаризм | |
Планлы иҡтисад | |
Эске ағымдар
Урыҫ социализмы Марксизм-ленинизм Демократик социализм Социал-демократия XXI быуат социализмы Либертар социализм Дини социализм Реформизм Ведалар социализмы Христиан социализмы Ислам социализмы Буддизм социализмы Африка социализмы Ғәрәп социализмы Меланезия социализмы Ҡытай социализмы Экосоциализм | |
[ҡалып] |
«Социализм» төшөнсәһен тәүгеләрҙән булып 1834 йылда үҙенең «Индивидуализм һәм социализм» хеҙмәтендә француз философы Пьер Леру (7.07.1979—2.04.1871) ҡуллана[5][6][7].