Софокл
From Wikipedia, the free encyclopedia
Софо́кл (Σοφοκλής, 496/5[сығанаҡ 4892 көн күрһәтелмәгән]-406 до н. э.), — афина драматургы, трагигы.
Беҙҙең эраға тиклем 485 йылдың февралендә, Афина Колон ерлегендә тыуған. Изгеләр һәм алтарҙар Посейдон, Афина, Евменид, Деметра, Прометейҙарҙың тыуған ере булараҡ ул дан алған ерлек. Шағир «Эдип в Колонда» трагедияһын башҡара. Етеш тормошта йәшәүсе Софилла ғаиләһендә тыуған, яҡшы белем алған.
Саламин һуғышынан һуң, беҙҙең эраға тиклем 480 йылда халыҡ байрамында хор етәксеһе булараҡ ҡатнаша. Ике тапҡыр хәрби етәксе булып һайлана, бер тапҡыр ҡаҙна берекмәһен етәкләүсе коллегия ағзаһы вазифаһын башҡара. «Антигона», трагедияһына һоҡланған афиналылар Софоклды беҙҙең эраға тиклем 440 йылда, Самосс һуғышы осоронда, һайлап ҡуя.
Уның төп шөғөлө Афина театры өсөн трагедиялар яҙыу булған. Софоклдың беҙҙең эраға тиклем 469 йылда сәхнәләштерелгән беренсе тетралогияһы уға Эсхилды еңеүгә алып килә. Башҡа трагиктар менән бер дәрәжәгә күтәрә, яңы үрҙәр яулауға килтерә. Тәнҡитсе Аристофан Византийский Софоклға 123 трагедия яҙа.
Софокл шат, аралашыусан характеры менән айырыла. Тарихсы Геродот менән яҡын таныш була. Софокл 90 йәшендә беҙҙең эраға тиклем 405 йылда Афина ҡалаһында вафат була. Ҡала халҡы уға ҡорбанлыҡ төҙөй, йыл һайын батыр итеп иҫкә ала.
Софоклдың улы Иофон афина трагигы булып таныла.