Совет районы (Дондағы Ростов)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Совет районы Дондағы Ростов ҡалаһы райондарының береһе, 1973 йылда ойошторолған.
Совет районы | ||
| ||
Дондағы Ростов | ||
---|---|---|
Тәүге телгә алыу: |
1973 | |
Майҙаны: |
85,4 км² | |
Халыҡ һанын иҫәпләү: |
2016 | |
Халыҡ һаны: |
↗180 596[1] кеше | |
Телефон кодтары: |
863 | |
Рәсми сайт |
XX быуаттың илленсе йылдар аҙағында — алтмышынсы йылдар башында Ростовтың көнбайыш ситенең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә тәүге ике ҡатлы өйҙәр барлыҡҡа килә. Шул осорҙа уҡ йәнәшәлә подшипник заводы төҙөлөшө бара, был завод СССР-ҙа унынсыһы була. Торлаҡ йорттар артынса микрорайонда беренсе магазин, уны «Новосел» тип атайҙар, беренсе мәктәп (№ 92, математика йүнәлешле), беренсе сауҙа үҙәге «Черемушки», «Бәпембә» беренсе балалар баҡсаһы барлыҡҡа килә.
Өс йылдан һуң Көнбайыш торлаҡ массивы юлдаш-ҡаланы хәтерләтә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бында ике сәнәғәт зонаһы барлыҡҡа килә: Көнбайыш һәм Төньяҡ-Көнбайыш. Рәсми булмаған телдә Көнбайыш торлаҡ массивты Советск ҡалаһы тип атап йөрөтәләр. 1973 йылдың декабрендә ул Дондағы Ростов ҡалаһының етенсе — Совет районы була.
2008 йылдан Совет районы, элекке территорияларҙың береһе — Левенцовканы Интеко төҙөү иҫәбенә бик йылдам үҫешә башлай. 370 мең квадрат метр торлаҡ майҙанда проектты ғәмәлгә ашырыу ваҡыты 2008—2014 йылдар. Бөгөнгө көндә 10 мең кеше.йәшәгән 25 күп ҡатлы йорт төҙөлгән
Шарикоподшипник заводынан тыш бында: һөт заводы, юл техникаһын ремонтлау буйынса завод, Октябрь революцияһы исемендәге химия заводы, 3-сө хладокомбинат бар.
«Западный» тимер юл разъезы ҡеүәтле йөк тауар станцияһына әүерелде. Ростовта Көнбайыш һәм Төньяҡ-Көнбайыш сәнәғәт зоналарын тоташтырған иң киң автомагистраль — Малиновская урамы һалынған. Урындағы халыҡ уны БАМ тип атаған.
Районда 9 мәктәп (№ 15, 37, 60, 61, 86, 87, 92, 95), 10 балалар баҡсалары һәм комбинаттары, 2 сауҙа үҙәге, «Универсам» магазины, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиеләре селтәре, И. И. Ворович исемендәге математика, механика һәм компьютер фәндәре институты, Көньяҡ Федераль Университеттың (ЮФУ) химия факультеты, юғары технологиялар, география факультеты һәм физика факультеты корпустары, Тегеү сәнәғәтенең ғилми-тикшеренеү институттары, «Южгипрозем», «Гидрохим» һәм ВНИИГРИуголь, өлкә дауаханаһы һәм 20-се ҡала дауаханаһы, иҫәпте механикалаштырыу техникумы, 7-се музыка мәктәбе бар.
Һуңғараҡ «Плевен» кинотеатры, Өлкә балалар дауаханаһы, стоматология поликлиникаһы, Юғары мәктәп Төньяҡ-Кавказ ғилми үҙәгенең бер нисә институты, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Юридик институтына үҙгәртелгән Эске эштәр министрлығы башлыҡтары составы мәктәбе, һөнәри-техник училищелар (№ 5 һәм № 2), шулай уҡ тағы 9 мәктәп (№ 73, 31, 58, 86, 87, 103, 112, 117, 119) төҙөлә.
Ле-Ман урамы менән Коммунистик проспекты киҫешкән районда ҡайһы бер мәҙәни һәм спорт учреждениелары: теннис мәктәбе, фитнес-үҙәк, 2014 йыл аҙағында асылған «Ice Arena», «Көнбайыш» сауҙа үҙәге, Изге Георгий Победоносец сиркәүе урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.