From Wikipedia, the free encyclopedia
Словендар (илмән словендары) — Илмән күле бассейнында һәм Молога йылғаһының үрге ағымында беҙҙең эраның беренсе меңъйыллығының икенсе яртыһында йәшәгән көнсығыш славян ҡәбиләһе.
Словендар | |
Словендар Викимилектә |
VIII-X быуаттарҙа йәшәгән словендарҙың йәшәү территорияһында урынлашҡан ерләү ядкәрҙәрендән алынған Новгород словендар баш һөйәктәре краниологик характеристикаһын үткәреү нәтижәһенҙә улар менән Балтик славяндары араһында генетик элемтәләр һәм көнсығыш славян ҡәбиләләренең башҡа ҡәүемдәре менән айырмалыҡтар булыуы асыҡланған. Бынан тыш, танылған антрополог Т.И. Алексеева фекеренсә, был бик мөһим күрһәткес иһә төньяҡ-көнбайыш славяндары менән варягтар ҡушылмаһының булмауын күрһәттә һәм дәлилләй.
Дин ышаныуҙары, риүәйәттәр, ҡайһы бер гадәттәре һәм словендарҙың географик номенклатураһы Померанияла йәшәгән славян ҡәбиләләренә шаҡтай яҡын булған. Һуңыраҡ был мәғлүмәттәр Словенияның Түбән Висла төбәгенән килгән миграцияһы фаразына нигеҙ итеп алынған. Шулай уҡ, торлаҡ төҙөлөшө һәм һаҡлау ҡоролмалары төҙөлөшө буйынса оҡшашлыҡ күҙәтелә. Шул иҫәптән баш һөйәктәре конфигурацияһы ҙә оҡшаш.
Күпселек ғалимдар словендарҙың Илмән буйына Днепр буйынан күсенгән тигән фекерҙә. Шулай уҡ, П. Третьяков кургандар ҡоролмаһында оҡшашлыҡ булыуын күрһәтә, ләкин словендарҙың Балтик славяндары менән аралашыу мөмкинлеген кире ҡаҡмай.
Археологик яҡтан словендар Илмән һәм Үрге Волга һыу буйында таралған сопок мәҙәниәте менән тәңгәлләштереләҙәр. Ильмен словендарының славяндар өсөн хас булған таш мисте ер өҫтө бура йорттары таралған була.
IX быуаттың беренсе яртыһында словендар ерендә урта быуат Русьтең ҙур сәйәси, һөнәрселек һәм сауҙа үҙәгенә әүерелгән Бөйөк Новгород барлыҡҡа килә.
В.В. Седов фекеренсә, Илмән күле буйҙарында словен ҡәбиләләре беҙҙең эраның VI—VII быуаттарҙа тарала башлаған.
Хәҙерге ваҡытта словендарҙың иң боронғо ерлеге Түбән Волхов буйында Иҫке Ладогаҙа беҙҙең эраның VIII—IX быуаттарҙа төҙөлгән ҡала һанала. IX-X быуаттарҙа Түбәнге Волхов буйында Рюрик ҡалаһы барлыҡҡа килә, ул словендарҙың сауҙа-һөнәрселек һәм хәрби-административ үҙәгенә әүерелә. Рюрик шәһәренән 2 км өҫтәрәк башта словендар йәшәгән Новгородҡа нигеҙ һалына.
Яҙма сығанаҡтарҙа ҡабиләнең һуңғы тапҡыр иҫкә алыныуы 1036 йылға ҡарай.[1]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.