Скрипка
From Wikipedia, the free encyclopedia
Скри́пка — юғары регистрлы ҡыллы һыҙғыслы музыка ҡоралы. Халыҡ сығарған, XVI быуатта хәҙерге күренешен ала, XVII быуатта киң тарала. Квинталарға көйләнгән дүрт ҡылы бар: g, d1,a1,e2 (бәләкәй октавалағы соль, беренсе октавалағы ре, ля, икенсе октавалағы ми), диапазоны g-нан (бәләкәй октавалағы соль) a4 (дүртенсе октавалағы ля) тиклем һәм унан да юғары. Скрипканың тембры түбән регистрҙа — ҡалын, уртала — йомшаҡ һәм юғарыла — ялтыр. Биш ҡыллы скрипкалар ҙа була, уларға түбәнге альт ҡылы «c» йәки до (бәләкәй октавалағы до) өҫтәлә.
Скрипка | |
Классификация |
Ҡыллы һыҙғыслы музыка ҡоралы, Хордофон |
---|---|
Диапазон: | |
Туғандаш инструменттар |
Альт, Виола, Виолончель, Контрабас, Пошетта, Гудок |
Скрипка сығышы менән ғәрәп ребабына, ҡаҙаҡ ҡумыҙына, испан фи́деленә, британ кроттаһына барып тоташа, улар бергә ҡушылып виола хасил иткән (скрипка итальянса violino тип атала), шулай уҡ славяндарҙың квинта ҡоролошло дүрт ҡыллы жигы (скрипканың немецса атамаһы geige шунан алынған) өҫтәлгән. Халыҡ музыка ҡоралы булараҡ, скрипка бигерәк тә Белоруста, Польшала, Украинала, Румынияла, Истрияла һәм Далмацияла (хәҙерге Югославия) киң таралған. Аристократтарҙың виолаһы менән халыҡсан скрипка араһында быуаттар буйы барған ярыш һуңғыһының еңеүе менән тамамлана.
ХVI быуат уртаһында Италияның төньяғында әлеге конструкциялы скрипка барлыҡҡа килә. Гаспаро да Сало (яҡынса 1542—1609) Бреша ҡалаһында оҫталар мәктәбен асҡан, Андреа Амати[en] (1535—яҡынса 1611) Кремона мәктәбенә нигеҙ һалған[1]. Скрипка формалары XVI быуатҡа ахырғы һынланышын таба; ошо быуатта һәм XVII быуат башында данлыҡлы скрипка яһаусылар — Амати ғаиләһе йәшәй[2]. Улар эшләгән ҡоарлдар гүзәл формаһы һәм яҡшы сифатлы материалы менән айырылып тора. Италия, ғөмүмән, скрипка яһаусы оҫталары менән дан тота, мәҫәлән, Страдивари һәм Гварнери скрипкалары әлеге осорҙа бик юғары баһалана.[3]
Скрипка XVII быуаттан соло уйын ҡоралы булып тора. Скрипка өсөн тәүге әҫәрҙәр: Бьяджо Мариниҙың «Romanesca per violino solo е basso» (1620) һәм уның замандашы Карло Фаринаның «Capriccio stravagante» әҫәрҙәре. Скрипкала художестволы уйнауға Арканджело Корелли башланғыс һалған; уның артынса Торелли, Тартини, Пьетро Локателли (1693—1764) башҡарыу оҫталары булып таныла.
XIX быуаттың икенсе яртыһынан татарҙар араһында тарала[4]. XX быуаттан башҡорттарҙың[5] музыкаль көнкүрешендә осрай.