Remove ads
күп һанлы Европа этник аҙсылыҡтарының береһе, дөйөм һинд сығышлы этник халыҡ ҡатламы From Wikipedia, the free encyclopedia
Сиғандар — күп һанлы Европа этник аҙсылыҡтарының береһе[16], дөйөм һинд сығышлы этник халыҡ ҡатламы. Этнологтар Елена Марушиакова һәм В. Попов (Болгария) уларҙы МЕГРЭО — төркөм-аралаш этник берәмек тип билдәләй. Был билдәләмә төрлө илдәр халҡының сиған төркөмдәренең мозаик таралып ултырыуы һәм шуға бәйле уларҙың хәҙерге берҙәйлек үҙенсәлектәрен ҡылыҡһырлай.
Был мәҡәлә Һайланған мәҡәләләргә кандидат. |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 4 373 000 миллионға яҡын кеше Румыния: 621 573 (см. Румыния халҡы) Болгария: 353 мең (см. Болгария халҡы) Рәсәй Федерацияһы: 220 мең (2010 й. йәниҫәп)[5] Албания: 1300-ҙән алып 120 меңгә тиклем[6] Словакия: 65 мең (рәсми рәүештә) Босния һәм Герцеговина: 60 мең[8] Украина: 47 587 (2001 й. йәниҫәп)[9] Молдова: 12 271 (Молдавия халҡының 2004 й. иҫәбен алыу)[10] Беларусь: 7079 (2009 й. Белоруссия халҡының иҫәбен алыу [11]); 17 тыс. (неофициально[12]) Франция: 20 мең. Хорватия: 9463-тән алып 14 меңгә саҡлы (2001 й. йәниҫәп)[13] | |
Тел |
сиған теле, домари теле, ломаврен |
Дин |
христианлыҡ, ислам[15] |
Этник төркөм |
Рус сиғандары |
Башҡа этнонимдар: синти, мануш («кешеләр»), кале («ҡара») ҡулланылһа ла, таралған үҙаталыштары — ром, рома. Сәйәси кимәлдә барлыҡ европа сиғандарының дөйөмләштерелгән атамаһы сифатында рома (ингл. Roms, Romanies) ҡулланыла.
Сиғандар Европаның күп илдәрендә, шулай уҡ Төньяҡ Африкала, Төньяҡ Америка һәм Көньяҡ Америкала һәм Австралияла йәшәй. Европа сиғандарына туғандаш төркөмдәр шулай уҡ Яҡын Кҡөнсығыш илдәрендә лә йәшәй. Ер йөҙөндә йәшәгән сиғандарҙың һаны 4 373 000 кеше. Совет Социалистик Республикалар Союзында (СССР) рәсми сығанаҡтар буйынса 175,3 мең кеше (1970 й. йәниҫәп). Рәсәйҙә, 2010 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбе буйынса, 220 мең сиған йәшәй.
Сиғандарҙың Һиндостандан килгән иң таралған үҙаталышы — «ром» йәки европа сиғандары «рома», Яҡын Көнсығыш һәм Кесе Азия сиғандары — «дом», «лом» — Әрмәнстан сиғандары[17]. Бөтә был атамалар беренсе церебраль өн менән һинд-арий «d’om» һүҙенә барып тоташа. Церебраль өн, шартлы әйткәндә, «р», «д» һәм «л» өндәре араһында торған урталыҡ бер өн.
Экзоним булараҡ «сиған» (йәғни улар менән йәнәшә йәшәгән халыҡтарҙа) атамаһы шартлы рәүештә XI быуатҡа, "Изге Георгий Афонский житиеһы"на барып тоташа (1100 йыл менән, 1054 йылғы ваҡиғаларҙы һүрәтләй). Шартлы, сөнки ҡайһы бер тарихсылар аталған документтағы атцингандарҙа (грек телендә «αθίγγανος», «ατσίγγανος» — «тейелмәй торған») әллә сиғандарҙың ата-бабалары, әллә ул саҡтағы еретик секталарҙың береһе күҙ уңында тотоламы, билдәһеҙ ти. Нисек әйтһәң дә, артабан был исем менән европа сиғандарын атап йөрөтөү таралып киткән.
Инглиздәр йола булараҡ уларҙы Gypsies (от Egyptians — «мысырлылар»), испандар — gitanos (шулай уҡ Egiptanos — «мысырлылар»), француздар — bohémiens («богемлылар», «чехтар»), gitans (боҙолған исп. gitanos) йәки tsiganes (үҙләштерелгән грек. τσιγγάνοι, цинга́ни), немецтар — Zigeuner, итальяндар — zingari, голландтар — Ҡалып:Lang-nl2, венгрҙар — Ҡалып:Lang-hu2 йәки Ҡалып:Lang-hu2 («фараон тоҡомо»), ҡырым татарҙары — çingene, әзербайжандар — Ҡалып:Lang-az2 («ҡаралар»), грузиндар — ბოშები (бошеби), мингрелдар — ჩაჩანეფი (чачанефи), әрмәндәр — Գնչուներ (гнчунер), боша, финдар — Ҡалып:Lang-fi2 («ҡаралар»), ҡаҙаҡтар — Ҡалып:Lang-kk2, Ҡалып:Lang-kk2, үзбәктәр — Ҡалып:Lang-uz2, Ҡалып:Lang-uz2, басктар — Ҡалып:Lang-eu2, Ҡалып:Lang-eu2; албандар — Ҡалып:Lang-sq2 («мысырлылар»); йәһүдтәр — Ҡалып:Lang-he2 (цо’ани́м), Боронғо Мысырҙағы библия провинцияһы Танистың (Цоан) аталышынан; фарсылар — Ҡалып:Lang-fa2 (коли́); литвалар — Ҡалып:Lang-lt2; латыштар — Ҡалып:Lang-lv2; болгарҙар — Ҡалып:Lang-bg2; эстондар — Ҡалып:Lang-et2 (эст. must — ҡара һүҙенән). Хәҙерге ваҡытта төрлө телдәрҙә сиғандарҙың бер өлөшөнөң үҙатамаһы булған рома́ (ингл. Roma, чех Romové, фин. romanit һ. б.) этнонимы йышыраҡ ҡулланыла.
Шулай итеп, сиған халҡының сығышы буйынса тышҡы атамалары араһында өс атама өҫтөнлөк ала:
1971 йылдың 8 апрелендә Лондонда Бөтә донъя сиған конгресы үтте. Конгрестың һөҙөмтәһе булып донъя сиғандарын территорияһыҙ бөтөн милләт итеп таныу ҡарары тора. Милли символдар: Сиған флагы һәм «Джелем, джелем» халыҡ йырына нигеҙләнгән Сиған гимны ҡабул ителә. Герба урынына сиғандар бер нисә таныулы символ: көймәле арба тәгәрмәсе, даға, уйын кәрттәре колодаһы һүрәттәрен ҡуллана. Ғәҙәттә шундай символдар менән сиған китаптары, гәзиттәре, журналдары һәм сайттары биҙәлә, Сиған мәҙәниәтенә арналған сараларҙың логотиптарына ла ғәҙәттә шул символдар инә.
Беренсе Бөтә донъя сиған конгресы үткән 8 апрель көнө Халыҡ-ара сиғандар көнө тип билдәләп үтелә. Бының менән бәйле ҡайһы бер сиғандарҙың бер йолаһы бар: кис, айырым бер ваҡытта, урам буйлап тоҡандырылған шәм үткәрәләр.
Лингвистик тикшеренеүҙәргә ярашлы, Европа ромалары, шулай уҡ Азия һәм Кавказ домдары һәм ломдары Һиндостандан күсенеүселәрҙең өс төп «ағымы» булған. Атамаларына мөнәсәбәте булһа ла, Һиндостанедың хәҙерге дом халҡын (Domba) туранан-тура сиғандар менән бәйләп булмай. Борон сиғандарҙың ата-бабалары менән һинд домдарының бәйләнеше нисек булғанын белеү ҡатмарлы. 1920-се йылдарҙа уҡ ҙур һиндолог-лингвист Р. Л. Тернер үткәргән лингвистик тикшеренеүҙәр (хәҙерге заман лингвист-ромологтар Я. Матрас һәм Я. Хэнкок та дәлилләй) һөҙөмтәһе сиғандарҙың ата-бабалары Һиндостандың үҙәк райондарында йәшәгән, б. э. т. III быуатына саҡлы бер нисә быуат алдараҡ Төньяҡ Пенджабҡа күсенгәндәр.
Рәсәй сиғандарҙы өйрәнеүселәре М. Смирнов-Сеславинская һәм Г. Цветков смғандарҙың һинд ата-бабалары генезисын (ромдарҙың йәки бөтә өс мега-төркөмдөң — был аспект, ром-дом-лом төркөмдәре бәйләнештәрендә генетик һәм мәҙәни асыҡлыҡ булмауы менән бәйле, хәл ителмәй тора) асыҡлаусы яңы мәғлүмәт баҫтырғандар. Улар быға тиклем Һиндостандағы «проторомдар» генезисына ҡағылған тип ҡаралмаған боронғо һәм иртә урта быуаттар һинд-арий сығанаҡтарын килтерәләр. Бер нисә мәғлүмәт Һиндостандың үҙәк һәм төньяҡ-көнбайыш өлкәләрендә б. э. т. V—IV быуаттарҙа үҙаталышы d’om / d’omba булған халыҡ йәшәгәнен күрһәтә. Был халыҡ баштан уҡ, бәлки, аустроазиаттар (Һиндостандың иң ҙур автохтон страттарының береһе) менән уртаҡ сығышлы ҡәбилә төркөмдәренән торғандыр. Шул уҡ ваҡытта домдарҙың каста системаһына интеграцияһы Һиндостандың үҙәк өлөштәрендә барған, ә төньяҡ-көнбайыш өлкәләре бик оҙаҡ «ҡәбилә» зонаһы булып ҡалған. Райондарҙың был ҡәбилә характеры унда иран күсмә ҡәбиләләренең даими миграцияһына таянған, Һиндостандан сиғандарҙың ата-бабалары китер алдынан күмәк күсенеү характерын алған. Был хәлдәр Һинд үҙәне зонаһы халыҡтарының (шул иҫәптән сиғандарҙың ата-бабаларының) күсмә һәм ярым күсмә мәҙәниәте характерын билдәләгән. Шулай уҡ Пенджаб, Раджастхан һәм Гуджарат үҙенең Һинд йылғаһы буйындағы ҡоро һәм уңдырышһыҙ экологияһы урындағы халыҡтар төркөмөнөң хужалыҡ итеүенең ярым малсылыҡ-ярым сауҙа мобиль моделенең үҫешенә килтергән.
Рәсәй авторҙары, китеү дәүерендә сиғандар уртаҡ сығышлы (ә айырым касталар рәте түгел) сауҙа йөгө ташыусы һәм транспорт малдарын һатыу менән, шулай уҡ, кәрәк булһа, ярҙамсы эштәр — көндәлек белек талап иткән күп кенә һөнәрҙәр һәм хеҙмәттәр менән шөғөлләнгән социаль структурланған этник халыҡ булған. Сиғандарҙың Һиндостандың хәҙерге домдарынан мәҙәни һәм антропологик айырмалығын (сиғандарға ҡарағанда арий булмаған һыҙатлы) авторҙар күрһәткән киткәндәренә тиклем сиғандарҙың ата-бабалары йәшәгән Һиндостандың төньяҡ-көнбайыш райондарына хас көслө арий йоғонтоһо (атап әйткәндә, уның иран модификацияһында) менән аңлаталар. Сиғандарҙың һинд ата-бабаларының этно-социаль сығышын шулай трактовкалауҙы сит ил һәм рәсәй тикшеренеүселәре хуплай.
Лингвистик һәм генетик тикшеренеүҙәренә ярашлы, сиғандарҙың ата-бабалары Һиндостандан 1000-гә яҡын кешенән торған төркөм булып сыҡҡан. Сиғандарҙың ата-бабаларының Һиндостандан миграцияһы, шулай күсенеү тулҡындары ла төгәл билдәләнмәгән. Һиндостан батшаһы хөрмәт йөҙөнән Персия шаһына 1000 кеше бүләк иткән. Төрлө тикшеренеүселәр «протосиған» төркөмдәренең сығып китеү ваҡытын б. э. VI—X быуаттары менән билдәләйҙәр. Сиған телдәрендәге үҙләштерелгән һүҙҙәрен анализлауға нигеҙләнгән иң популяр версия буйынса, хәҙерге сиғандарҙың ата-бабалары, рома тармағы көнбайышҡа, Византия империяһына табан күскәнгә тиклем, Персияла 400 йылға яҡын йәшәгән. Ошо халыҡ европа сиғандарының: ромаларҙың, кале, синтиҙарҙың ата-бабаһы булған. Мигранттарҙың күпмелер өлөшө Яҡын Көнсығышта (домдарҙың ата-бабалары) ҡалған. Тағы ла бер тармаҡ Палестинаға, унан аша Мысырға үткән тигән фекер йәшәй.
Урта азия сиғандары, йәки люли, европа сиғандарының ике туғаны, хатта өс туғаны булып тора. Уртам азия сиған халҡы, быуаттар дауамында Пенджабтан (шул иҫәптән Белуджиҙан тркөмдәрҙе) ҡабул итеп, тарихи бер төрлө булмаған[18].
Европа сиғандары Византия сиғандарының тоҡомо. Документтарҙан күренеүенсә, сиғандар империя үҙгәендә йәшәгән, һәм уның сиктәрендә сиғандарҙың күпселеге христианлыҡ ҡабул иткән. Византияла сиғандар социаль яҡтан йәмғиәткә тиҙ эйәләшкәндәр. Ҡайһы бер ерҙә улар өҫтөнлөктәр менән файҙаланғандар. Улар тураһында яҙма сығанаҡтар юҡ кимәлендә, әммә сиғандар ниндәйҙер маргинал йәки криминал төркөм кеүек ҡабул ителмәгән. Сиғандар мәғдән оҫталары, ҡайыштан ат сбруйы эшләүсе, бағымсы (Византияла ғәҙәти һөнәр булған), хайуандарҙы күнектереүселәр (иртә сығанаҡтарҙа — йылан арбаусы, һуңғы сығанаҡтарҙа — айыу күнектереүселәре) тип иҫкә алына. Шулай уҡ иң таралған һөнәрҙәре артист һәм тимерселек булған.
Византия империяһы тарҡалғандан һуң сиғандар Европаға күсенгән. Яҙма европа сығанаҡтары буйынса, Европаға халыҡтың маргиналь, теләнселәү, күрәҙәлек итеү, ваҡ-төйәк урлау менән шөғөлләнгән авантюралы өлөшө килгән, һәм европа халҡы сиғандарҙы негатив яҡтан ҡабул иткән. Һәм бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә, артистар, күнектереүселәр, һөнәрселәр, ат менән сауҙа итеүселәр күсеп килә башлаған.
Көнбайыш Европаға килгән тәүге сиған таборҙары европа хөкөмдарҙарына рим папаһы христтан диненән ваҡытлыса ситләшкән өсөн ете йыл дауамында илдән илгә йөрөү язаһын тәғәйенләгән тип һөйләгәндәр. Тәүҙәрәк властар уларҙы ҡурсалаған: аш, аҡса һәм һаҡлағыс грамоталар биргән. Ваҡыт үтеү менән, мөҙҙәт үткәс, бындай артыҡ үҙһендереү туҡталған, сиғандарҙы һанға һуҡмай башлайҙар.
Шул ваҡытта Европала иҡтисади һәм ижтимағи көрсөк башлана. Көнбайыш Европа илдәрендә берәҙәк һөнәр менән көн күргән халыҡҡа һәм ғәҙәти берәҙәктәргә ҡарата ҡаты закондар ҡабул итеү уның һөҙөмтәһе булған. Иҡтисади уңайһыҙлыҡтар арҡаһында өйһөҙҙәр, һәм шуның менән бергә — урлашыуҙар, алауҙар һәм башҡа енәйәттәр һаны һиҙелерлек артҡан. Күскенсе, ярым күскесе йә ултыраҡ тормошҡа күсергә тырышҡан, ләкин бөлгөнлөккә төшкән сиғандар шулай уҡ был закондарҙың ҡорбанына әйләнгән. Уларҙы, айырым бойороҡ яҙып, берәҙәктәрҙең айырым төркөмөнә индергәндәр, шуларҙың береһе 1482 йылда Испанияла сыҡҡан.
«История цыган. Новый взгляд» (Николай Владиславович Бессонов, Надежда Георгиевна Деметер) китабында сиғандарға ҡаршы йүнәлтелгән закондар үрнәге килтерелгән:
Швеция. 1637 йылғы закон ир енесле сиғандарҙы аҫып үлтерергә ҡушҡан.
Майнц. 1714 йыл. Дәүләт сиктәрендә ҡулға алынған сғандарға үлем язаһы ҡаралған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы һуҡтырыу һәм ҡыҙҙырылған тимер менән язалап фаш итеү.
Англия. 1554 йылғы закон буйынса ир-атҡа үлем язаһы. Елизавета I өҫтәмә указына ярашлы закон ҡатыландырылған. Шул ваҡыттан «мысырлылар менән дуҫлашҡан йә дуҫлаша башлағандарҙы ла» язалап үлтереү ҡурҡынысы янаған. 1577 йыда уҡ был указға ете инглиз ире һәм бер инглиз ҡатыны эләккән. Улар барыһы ла Эйлесбериҙа язалап үлтерелгән.
Тарихсы Скотт-Мэкфи XV быуаттан алып XVIII быуатҡа тиклем немец дәүләттәрендә сығарылған 148 законды һанаған. Уларҙың йөкмәткеһе яҡынса бер төрлө, төрлөлөк деталдәрҙә генә тойола. Шулай итеп, Моравияла сиғандарҙың һул ҡолағын, Богемияла уң ҡолағын киҫкәндәр. Австрия эрцгерцоглығында тамғалауҙы хуп күргәндәр һ. б.
Ихтимал, Фридрих Вильгельм I Прусский иң ҡатыһы булған. 1725 йылда ул ун һигеҙ йәштән өлкәнерәк ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙы үлтерегә ҡушҡан.
Көнбайыш Европала сиғандарҙы эҙәрлекләү һөҙөмтәһендә, беренсенән, законлы юл менән аҙыҡ таба алмағанлыҡтан, артыҡ криминаллашалар, икенсенән, ысынында ғәҙәти мәҙәниәтендә ябылғандар (хәҙергә тиклем Көнбайыш Европа сиғандары шикләнеүсән һәм боронғо йолаларға теүәл эйәреүгә тартылыусан булып ҡала). Уларға шулай уҡ үҙенсәлекле тормош көтөргә: төндә генә хәрәкәт итергә, урмандарҙа, мәмерйәләрҙә йәшеренергә тура килгән. Был халыҡтың шикләнеүен көсәйткән, шуның менән бергә сиғандарҙың кеше ашаусы булыуы, шайтанға табыныуы, вампирлығы, әүермәнлеге тураһында хәбәрҙәр таралған. Башлыса 3—7 йәшлек (ашау йә, йәнәһе, «шайтан йолаларын» атҡарыу маҡсатында) балаларҙы, ғөмүмән кеше урлауға һәм уҫал сихырлауҙарға һәләтле имеш тигән фекерҙәр был хәбәрҙәрҙең эҙемтәһе булып тора.
Сиғандарҙың бер өлөшө әрме хеҙмәтенә һалдат булып барып йә хеҙмәтләндереү өлкәһендә (тимерсе, сбруй тегеүсе, ат ҡараусы һ. б.) эшләп, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡотолоп ҡалған (Швеция, Германия). Шулайтып уларҙың ғаиләләре лә бәхетһеҙлектән ҡотолоп ҡалған. Рус сиғандарының ата-бабалары Рәсәйгә Германиянан Польша аша килгән, унда улар армияла хеҙмәт иткән йә армия тирәһендә йөрөгән, баштараҡ башҡа сиғандар араһында «армия сиғандары» тигәнерәк ҡушамат йөрөткәндәр.
Сиғандарға ҡаршы закондар тамамланыуы яҡынса сәнәғәт революцияһы башланыуы һәм Европаның көрсөктән сығыуы менән тап килә. Был закондар юҡҡа сыҡҡандан һуң сиғандарҙың европа йәмғиәте менән берләшеүе башланған. XIX быуатта Франция сиғандары , Жан-Пьер Лежуа, «Bohemiens et pouvoirs publics en France du XV-e au XIX-e siecle» мәҡәләһе авторы күрһәткәнсә, сиғандар эйә булған һөнәрҙәр: һарыҡ йөнөн ҡырҡыу, кәрзин үреү, сауҙа итеү, сезонлы ауыл хужалығы эштәрендә көнлөксө булып ялланыу, бейеүсе һәм музыкант арҡаһында йәмғиәттең бер өлөшө тип танығандар һәм хөрмәт итә башлағандар.
Әммә был мәлгә сиғандарға ҡаршы мифтар европа аңында ныҡ тамырланып өлгөргән була. Хәҙер уларҙың эҙҙәрен сиғандарҙың балалар урлауға әүәҫлеген (ваҡыт үтеү менән маҡсаттары һаман да аңлашылмай), әүермәнлеген һәм вампирҙарға хеҙмәт итеүе тураһындағы мифты художестволы әҙәбиәттә генә күреп була.
Был осорға сиғандарға ҡаршы закондар Европаның барлыҡ илдәрендә ҡабул ителгән. Шулай, Польша Батшалығында 1849 йылдың 3 ноябрендә күскесе сиғандарҙы ҡулға алыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ҡулға алынған һәр бер сиған өсөн полицейскийҙарға премия аҡсаһы түләнгән. Һөҙөмтәлә полиция күскенсе сиғандарҙы ғына түгел, берәҙәктәр тип, ултыраҡ сиғандарҙы, уларҙың балаларын — өлкәндәр (күберәк аҡса алыу өсөн) тип яҙып, ҡулға ала башлағандар. 1863 йылғы Польша ихтилалынан һуң был закон көсөн юғалтҡан.
Сиғандарға ҡаршы закондар бөтөрөлгәндән һуң сиғандар араһында хатта сиған булмаған йәмғиәттә лә теге йәки был өлкәлә һәләтле шәхестәр күренә, барлыҡҡа килә башлай, һәм был сиғандар өсөн уңайлы шарттар тыуыуы хаҡында һөйләй. Бөйөк Британиянан XIX б. һәм XX б. башында рухани Родни Смит, футболсы Рэйби Хоуэлл, радиожурналист һәм яҙыусы Джордж Брэмвелл Эвенс; Испанияла — рухани-францисканлы Сеферино Хименес Малья, токаор Өлкән Рамон Монтойя Саласар; шағир Федерико Гарсиа Лорка (ҡайһы бер биографтары уның сиған сығышлы булыуын кире ҡаға, әмә дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүе һауала эленеп ҡала); Францияла — джазмендар ағалы-энеле Ферре һәм Джанго Рейнхардт; Германияла — боксёр Иоһанн Тролльманн.
XV быуат башында значительная часть Византия сиғандарҙың күп өлөшө ярым ултыраҡ тормош алып барған. Сиғандар Византияның грек өлкәләрендә лә, Сербияла, Албанияла, хәҙерге Румыния ерҙәрендә (ҡара: Румынияла ҡоллоҡ) һәм Венгрияла йәшәгәндәр. Улар ауыл йә ҡаласыҡтар булып, туғанлыҡ һәм һөнәрҙәр буйынса тупланып, ултырғандар. Тимер һәм ҡиммәтле металл менән эшләү, көнкүреш предметтары яһау, кәрзин үреү төп һөнәрҙәре булған. Был өлкәләрҙә һөнәрле һәм күнектерелгән айыуҙар менән цирк күрһәтеүсе күскенсе сиғандар ҙа йәшәгән.
1432 йылда Венгрия короле (Изге Рим империяһы императоры) Сигизмунд (Жигмонд) Люксембург, край оборонаһында мөһим роль үтәгән өсөн һалымдан азат ителгән. Сиғандар пушка йәҙрәләре, һалҡын ҡорал, ат сбруйын һәм яугирҙар өсөн йәүшән, һарайта яһаған.
Балҡанды мосолмандар яулағандан һуң, уларҙың хеҙмәте кәрәкле булғас, һөнәрселәрҙең күбеһе үҙ урынында ҡала. Мосолман сығанаҡтарында сиғандар металл өҫтөндә һәр төрлө нескә эш, шулай уҡ мылтыҡ яһау хәленән килгән оҫталар тип иҫкә алына. Христиан сиғандар, төрөк армияһын хеҙмәтләндереп, йыш ҡына үҙҙәрен дә, ғаиләләрен дә һаҡлап ҡалыу гарантияһына эйә була.
Буйһондороусы Мехмед II солтан сиғандарға һалым һалһа ла, ҡорал яһаусы, шулай уҡ ҡәлғәлә йәшәүсе сиғандарҙы һалымдан азат итә. Шул уҡ саҡта ҡайһы бер сиғандар ислам динен ҡабул иткән. Көнсығыш Европа сиғандарҙы мосолман һәм христиандарға бүленгән. Төрөктәр сиғандарҙы (ныҡ таралмаһа ла) ҡол итеп һатҡан.
XVI быуатта төрөктәр сиғандарҙың иҫәбен алырға тырышҡан. Ғосман империяһы документтарында йәше, шөғөлө һәм һалым һалырға нигеҙ булырлыҡ мәғлүмәт ентекләп яҙылған. Исемлеккә хатта күскенсе сиғандарҙы ла индергәндәр. Балҡан архивы тимерсе, ҡурғаш ялатыусы, итсе, буяусы, итексе, ҡарауылсы, йөн тетеүсеҙе, шәп йөрөүсе, тегенсе, көтөүсе и т. д һөнәрҙәре киң таралғанлығын дәлилләй.
Сиғандарғ ҡарата ғосман сәйәсәтен йомшағыраҡ тип атарға була. Бер яҡтан, сиғандар Көнбайыш Европалағы кеүек криминал төркөмгә әйләнмәгән, икенсе яҡтан — урындағы халыҡ сиғандарҙы төрөк власының «һөйөклөләре», тип уларҙы дошман итеп күргән. Молдавия һәм Волош кнәзлектәрендә, христиандар сиғандарҙы «тыумыштан» ҡол тип иғлан иткәндәр. Унда быуаттар дауамында сиғандарҙы тамаша өсөн язалауға, мәсхәрәләүгә дусар иткәндәр. Крепостной сиғандар менән сауҙа итеүһәм уларҙы ыҙалау XIX быуат уртаһына саҡлы дауам иткән. 1845 йыл:
Бухареста вафат булған сарҙар Николай Никоның улдары һәм вариҫтары 200 сиған ғаиләһен һата. Ир-аттың күбеһе слесарь, алтын оҫтаһы, итексе, музыкант һәм игенсе.
1829 йылда рус-төрөк һуғышы барышында Молдавия һәм Валахия Рәсәйгә күсә. 1833 йылда сиғандар шәхес итеп танылған, үлтереү тыйылған. 1864 йылда ҡоллоҡ бөтөнлә тыйылған.
Ҡоллоҡ юҡҡа сығарылғандан һуң, сиған-кэлдэрарҙарҙың Валахиянан Рәсәйгә, Венгрияғ һ. б. илдәргә күсенеүе башланған. Икенсе донъя һуғышы башланған осорға кэлдэрарҙарҙы бөтә европа илдәренә лә таралған.
Сиғандарҙы иҫкә алған иң иртә рәсми документ 1733 йылға ҡарай — Анна Иоанновнаның һалым һәм армия тураһындағы указы була. Артабанғы документ сиғандарға Ингерманландияла йәшәү хоҡуғын бирә. Рәсәйҙә сиғандарҙың икенсе быуыны ғына йәшәгән була был осорҙа. Хәҙерге Украина территорияһында сэрв төркөмөнә ҡараған сиғандар бер быуат элек төпләнгән була.
Рәсәй империяһына Польшаның бер өлөшө ҡушылғандан һуң, Рәсәйҙә польска рома; Бессарабияла — молдова сиғандары; Ҡырымда — ҡырым сиғандары йәшәй.
Екатерина II батшабикәнең 1783 йылдың 21 декабрь Указы сиғандарҙы крәҫтиән ҡатламына ҡрата һәм шуға ярашлы һалым түләргә ҡушҡан. Уларға мещан һәм сауҙагәр ҡатламына күсергә рөхсәт бирелгән. XIX быуат дауамында, ғаиләләрҙең финанс именлеге ҫә барған һайын, рус сиғандарының интеграция һәм ултыраҡ тормошҡа күсеү процесы күҙәтелгән. Профессиональ артистар барлыҡҡа килгән.
XIX быуат башында император Александр I, сиғандар өҫтөнән килгән ялыуҙар арҡаһында, уларҙы Бессарабияға һөрөргә ҡуша. 1897 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбе буйынса Бессарабияла 8636 сиған йәшәгән. 1907 й.мәғлүмәт буйынса, Бессарабияла ҡалаларҙан тыш 11567 сиған иҫәпләнгән.
XIX б. аҙағында сиғандар балаларын мәктәпкә уҡырға биргән. Был төркөмдәрҙән тыш Рәсәй империяһына азия люлиҙары, кавказ карачиҙары һәм бошалары, ә XX б. башында тағы венгр сиғандары: ловарҙар, унгарҙар, венгр һәм румын кэлдэрарҙары үтеп ингән.
1917 йылғы Октябрь революцияһы сиғандарҙың иң белемле өлөшөнә — хәллерәк һаналған сауҙагәр ҡатламы вәкилдәренә, шулай уҡ сиған актёрҙарына ҡағылған. Етеш тормошта йәшәгән күп кенә сиған ғаиләләре, Граждандар һуғышы осоронда ярлы ҡатламға яҙылғанлыҡтан, мөлкәтен ташлап, күскенсе булып киткән. Ҡыҙыл армия ярлыларға теймәгән. Сиған ғаиләләре Европа илдәренә, Ҡытайға, АҠШ-ҡа күсеп киткән. Йәш сиған егеттәрен Ҡыҙыл армияла ла, аҡтар яғында ла осратып булған.
Рәсәйҙә Граждандар һуғышынан һуң, күскенсе булып киткән элекке сауҙагәр сиғандар үҙҙәренең балаларын сиған булмағандар менән аралашыуҙан сикләгән, балалары яңылыш хәлле йәшәгәндәрен белдереп ҡуймағайы тип, мәктәпкә ебәрмәгәндәр. Һөҙөмтәлә күскенсе сиғандарҙа наҙандар һаны артҡан. Бынан тыш, количество оседлых цыган, основу которых составляли до революцияға саҡлы ултыраҡ сиғандарҙың нигеҙен тәшкил иткән сауҙагәрҙәр һәм актёрҙар һаны киҫкен рәүештә кәмегән. 20-се йылдар аҙағына сиғандарҙы советлаштырыу аҙымы эшләнгән.
1927 йылда УССР Халыҡ Комиссарҙары Советы күскенсе сиғандарға «хеҙмәт ултыраҡ тормош көтөүгә күсеү» буйынса ярҙам тураһында ҡарар ҡабул иткән.
1928—1938 йылдарҙа СССР-ҙа сиған телендә китаптар сығарылған[19].
Һуңғы тикшеренеүҙәр буйынса Икенсе донъя һуғышы йылдарында [20] Үҙәк һәм Көнсығыш Европала нацистар һәм уларҙың союздаштары 200 меңдән алып 1,5 млн-ға тиклем (ҡара: Геноцид цыган) сиғанды юҡ иткән. Шуларҙың 30 меңгә яҡыны СССР гражданы булған.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, ҡырым татарҙары менән бергә, Ҡырымдан диндәштәре ҡырым сиғандары ла (кырымитика рома) көсләп күсерелгән.
Сиғандар пассив ҡорбан ғына улмағандар. СССР сиғандары пехоталы, танкист, водитель, лётчик, артиллерист, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм партизандар сифатында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан; Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәтендә Франция, Бельгия, Словакия, Балҡан ярымутрауы илдәре, Румыния һәм Венгрия сиғандары ҡатнашҡан. Әммә ҡайһы берҙә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда сиғандарҙың этник үҙенсәлектәре аптырашта ҡалдырған. Фронтовик, билдәле адвокат, Яков Айзенштат, күскенсе тормошҡа ынтылышы сиғандарҙың армиянан күпләп ҡасып китеүенә килтергәнлеген һөйләй[21].
Икенсе донъя һуғышынан һуң Европа һәм СССР сиғандары бер нисә мәҙәни төркөмгә бүленә: СССР, социалистик илдәр, Испания һәм Португалия, Скандинавия, Бөйөк Британия һәм Көнбайыш Европа сиғандары. Мәҙәни төркөмдәр алыҫлаша барған һайын, мәҙәни төркөмдәр эсендә төрлө сиған этник төркөмө мәҙәниәттәре яҡынайғандар. СССР сиғандарының мәҙәни яҡынайыуы иң күп һанлы сиған этнотөркөмө булған рус сиғандары мәҙәниәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
СССР республикаларында сиғандарҙың йәмғиәткә интенсив ассимиляция һәм социаль интеграцияһы барған. Бер яҡтан, сиғандарҙы эҙәрлекләү туҡталған. Икенсе яҡтан, сиғандарҙың музыкаль мәҙәниәттән тыш, үҙенә генә хас мәҙәниәте барлығы баҫтырылған, Октябрь революцияһы сиғандарҙы хәйерселектән азат иткән темаһына пропаганда алып барылған, совет власы йоғонтоһона саҡлы төп сиған мәҙәниәтенеү ярлылығы стереотибы формалашҡан (ҡара: Культура цыган, Инга Андроникова), сиғандарҙың мәҙәни ҡаҙаныштары беренсе сиратта совет власы ҡаҙанышы тип еткерелгән (мәҫәлән, «Ромэн» Мәскәү сиған музыкаль-драма театры һәр саҡ тәүге һәм берҙән-бер сиған театры, һәм был совет власының данлы эше тип аңлатылған), СССР сиғандары, үҙҙәре революциянан алда бер аҙ бәйләнештә торған, европа сиғандарының мәғлүмәт яҫылығынан, шулай уҡ совет сиғандарын европалағы ырыуҙаштарының мәҙәни ҡаҙаныштарынан айырған. Әммә совет власы яғынан СССР сиғандарының художество мәҙәниәте, мәғарифы үҫешенә ярҙамы ҙур булған.
СССР Юғары Советы Президиумының 1956 йылдың 5 октябрендә сыҡҡан һәм күскенсе сиғандарҙы әрәмтамаҡ тип атаған һәм уларҙың күскенсе тормошон тыйған «Берәҙәклек менән шөғөлләнгән сиғандарҙы хеҙмәткә йәлеп итеү тураһында» Указы донъя күргән. Указға реакция урындағы властар яғынан да, сиғандар яғынан да ике төрлө булған. Урындағы властар, сиғандарға торлаҡ биргәндәр, һөнәрселектән һәм күрәҙәселектән баш тартып, күскенгсе сиғандарҙы тораҡтарынан ҡыуып, көнкүреш кимәлендә дискриминациялап, рәсми эшкә инергә ҡушҡандар. Сиғандар яңы торлаҡҡа шатланғандар һәм (йыш ҡына яңы йәшәү урынында кәңәше менән ярҙам иткән дуҫтары йә ултыраҡ туғандары булған осраҡта) яңы тормош шарттарына еңел күскәндәр, йә был указды сиғандарҙы этнос булараҡ шыйыҡлатырға маташыуҙың башы тип күргәндәр һәм уны башҡарыуҙан ситләшкәндәр. Указға нейтраль ҡараған сиғандар, мәғлүмәткә эйә һәм әхлаҡи ярҙам булмағанлыҡтан, тиҙҙән ултыраҡлыҡты бәхетһеҙлек тип ҡабул иткәндәр. Указ һөҙөмтәһендә СССР сиғандарының 90 % ултыраҡ тормошҡа күскән.[22]
Хәҙерге Көнсығыш Европала, һирәгерәк Көнбайыш Европала[23], сиғандар, йыш ҡына йәмғиәттә, бигерәк тә уң экстремистик партиялар яғынан дискриминация объекты булған[24][25], 2009 йылда Төньяҡ Ирландияла румын сиғандарына һөжүмдәр хаҡында хәбәр ителгән[26][27]
XX б. аҙағында — XXI б. башына Европа һәм Рәсәйгә сиғандар күпләп күсеп килгән. СССР тарҡалғандан һуң, хәйерселеккә төшкән һәм маргиналға әйләнгән элекке социалистик илдәр — Румыния, Көнбайыш Украина һәм элекке Югославия сиғандары, иҡтисади һәм ижтимағи ҡыйынлыҡтар арҡаһында аҡса эшләргә тип, Европа союзына һәм Рәсәйгә ағылды. Хәҙерге көндәрҙә уларҙы донъяның теләһә ҡайһы сатында осратырға мөмкин, бик күп сиған ҡатын-ҡыҙҙар боронғо традицион шөғөлгә — теләнселәүгә, шулай уҡ наркотиктар һәм ваҡ урлашыуға кире ҡайта.
Атаһы яғынан сиған, Амур өлкәһе Эске эштәр идаралығы эргәһендәге Махсус тәғәйенләнешле милиция отряды водитель милиционеры, өлкән сержант Волошин Артур Владимирович 1995 йылда (вафатынан һуң) Чечняла яу ҡырында үҙенең дуҫтарын ҡотҡарғанда күрһәткән батырлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ була[28]
Рәсәйҙә лә шулай уҡ сиған халҡының яйлап ҡына хәйерселәнә, маргиналлаша һәм криминаллаша барғаны һиҙелә. Урта белем алыу кимәле түбәнәйҙе. Үҫмерҙәрҙең наркотик ҡулланыу осрағы киҫкенләшкән. Сиғандар наркотик менән сауҙа итеүселәр, мутлашыу тураһындағы криминаль хроникала[29][30][31][32][33] йыш күренә башлай. Сиған музыка сәнғәтенең популярлығы һиҙелерлек түбәнәйә. Шул уҡ ваҡытта сиған матбуғаты һәм сиған әҙәбиәте яңынан тергеҙелә.
Европала һәм Рәсәйҙә төрлө халыҡтар янында йәшәгән сиғандар араһында бер-береһенең мәҙәниәтен әүҙем үҙләштереү бара, дөйөм сиған музыкаль-бейеү мәҙәниәте үҫешә.
2012 йылдың октябрендә Көнсығыш Иерусалимдың сиған кварталы старостаһы баш ҡала мэры Нир Баркатҡа ватандаштарына израиль гражданлығын алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Сиғандар ҡараштары буйынса ғәрәптәргә ҡарағанда йәһүдтәргә яҡыныраҡ: улар Израилде ярата, ә балалары Цахалдә хеҙмәт итергә теләй. Община лидеры һүҙҙәренә ҡарағанда, израиль сиғандары үҙ телдәрен онотҡан тиерлек, ғәрәпсә генә һөйләшәләр, ә фәләстиндәр һәм ғәрәптәр сиғандарҙы «икенсе сортлы» тип һанайҙар.[36]
СССР-ҙа, Прибалтиканан Урта Азияға саҡлы, йәшәгән ҙур рома халҡы израиль көнкүрешендә бүтән рус телле граждандарҙан айырылмай. Көслө мәҙәни дивергенция арҡаһында сиған-рома һәм сиған-домари көнкүрештә аралашмай.
Төньяҡ Африкала, шулай уҡ андалусий сиғандары булараҡ билдәле сиған-калелар һәм сиған-домдар йәшәй. Кинорежиссёр Тони Гатлиф — тыумышы менән Алжир калеһы. Төньяҡ Африка калелары сиған донъяһында «маврҙар» ҡушаматы менән йөрөтөлә (Тони Гатлиф, атаһы Төньяҡ Африканан булған Хоакин Кортес үҙҙәрен «мавр» йәки «ярыммавр» тип йөрөткән).
Канадала сиған-ромалар йәшәй, АҠШ-та сиғандарҙың бөтә өс тармағын да (рома, кале, синти) табырға була. Төрөл сиған халҡы вәкилдәре Төньяҡ Африкаға төрлө ваҡытта килгән. Һуңғы йылдарҙа АҠШ-ҡа элекке СССР-ҙан сиған-рома (артистар), Канадаға — Чехия, Румыния кеүек Көнсығыш Европа илдәренән рома күсеп килгән. Америка сиғандарының хәҙер берҙәм мәҙәниәте һәм тормош образы юҡ, улар араһында, маргиналдарҙан бизнесмендарға тиклем, төрлө социаль ҡатлам вәкилдәре бар; төрлө сиған халҡы бер-береһе менән артыҡ теләмәй аралаша.
Европа менән сағыштырғанда, Төньяҡ Америкала танылған сиғандар күп түгел: гитарист-виртуоз Вадим Колпаков (сэрв), яҙыусы һәм сиған халҡын өйрәнеүсе профессор Рональд Ли (кэлдэрар), яҙыусы Эмиль Деметер (кэлдэрар), йырсы һәм музыкант Евгений Гудзь.
Латин Америкаһында (Кариб утрауҙарында) сиған кале тураһындағы документаль иҫкә алыу 1539 йылға ҡарай. Тәүге сиғандар унда ирекһкҙләп оҙатылған, әммә артабан (үҙ-ара туғанлыҡта торған) испан калелары һәм португал калонстарының кескәй төркөмдәре яҡшы тормош эҙләп Латин Америкаһына оҙатылған.
Европа сиғандарының Латин Америкаһына күпләп күсенеүе XIX б. икенсе яртыһына — XX б. башына ҡарай. Күскенселәрҙең төп өлөшө кэлдэрарҙар, башҡа сиғандар - ловарҙар, лударҙар, шулай уҡ хораханэ йыйылма атамаһы менән билдәле балҡан сиғандары төркөмө. Кале һәм калонстар Америкаға күсенеүен дауам иткән.
Латин Америкаһы сиғандары араһында автомобиль һатыу кеүек кескәй бизнес популярлыҡ алған.
Көньяҡ Кавказда сиғандарҙың Керопэ Петрович Патканов ентекләп тасуирлаған үҙенә башҡа ике субэтник төркөмө бар. Беренсеһе — нигеҙҙә Әрмәнстанда, Грузияла һәм Көньяҡ Осетияла йәшәүсе һәм йәшерен ломаврен телен һаҡлаусы сиған-боша; икенсеһе — Әзербайжанда йәшәүсе һәм XX быуат башында сиған һөйләшен юғалтҡан сиған-карачи (гарачи). Бөгөнгө көндә ике төркөм дә бер нисә йөҙ генә тороп ҡалған һәм йәнәш йәшәгән күпселек тарафынан йотолоу сигендә тора.
Дом һәм люли. Иранда традиция буйынса әзербайжандағы гарачиға туғанлығы булған сиған-домдар, һәм сиған-люли (лури булараҡ та билдәле булған) йәшәй.
Рома. Хәҙерге ваҡытта Иранда заргар тип аталып йөрөтөлгән балҡан төркөмөнә ҡараған сиған-рома общинаһы йәшәй. Тел анализына ҡарағанда, заргарҙарҙың ата-бабалары Балҡандан в конце XVII быуат аҙағында һәм XVIII быуат башында киткән. Интернет менән танышҡанға тиклем заргарҙар үҙҙәрен донъяла берҙән-бер рома тип һанаған. Заргарҙар — диндәре буйынса шиғисылар. Уларҙың традицион шөғөлө — күскенсе малсылыҡ, илгиҙәр тимерселәр хеҙмәте, музыкаль башҡарыуҙар, ваҡ-төйәк менән сауҙа.
Төркиәләге сиғандар чингэне (иң таралған йыйылма атама), чингит, дом, навар, боша (поша) һәм рома (роман) (илдең өлөшө менән бәйле) исемдәре менән билдәле. Башлыса ваҡ төркөм булып, шулай уҡ общиналар менән йәшәй, этник төркөмдәргә бүленәләр. Барлығы 700 мең кеше[37]. Уртаса белем киәле түбән. Иң таралған шөғөлдәре: тимерселек, башҡа төрлө ваҡ һөнәрселек, сәскә үҫтереп һатыу, бейеүҙәр һәм музыка, фал һалыу, ишәктәр үрсетеү һәм крәҫтиәндәргә ҡуртымға биреү, металл һыныҡтарын һәм макулатура йыйыу һәм һатыу. Ҡатын-ҡыҙҙары ла, ирҙәре лә үҙенсәлекле сиған эс бейеүен бейейҙәр. Ҡатын-ҡыҙ бейеүе ҡул хәрәкәттәре һәм йырҙың сюжетын һөйләп биреүсе йөҙ хәрәкәте менән оҙатыла.
бер ваҡытта ла Фирғәнә үҙәнендә йәшәмәгән сиған-ромаларҙың (башлыса Молдавиянан) Ҡырғыҙстандың көньяғында даими күренеүе билдәләнә.
Сиғандар төрлө диалекттарға бүленгән һинд-европа ғаиләһенең һинд-иран төркөмөнә ҡараған сиған телендә һөйләшкәндәр, ғәҙәттә үҙҙәре ултыраҡ йә күскенсе йәшәгән халыҡтарҙың телендә һөйләшәләр.
СССР-ҙа 1930-сы йылдарҙа сиған теленең әҙәби нормаһы нигеҙенә рус сиғандарының диалекты һалынған. Донъяла, ҡағиҙә булараҡ, этнос-ара аралашыуҙа, башҡа диалекттарҙың бөрсөк һүҙҙәре өҫтәлгән, иң киң таралған төркөм, кэлдэрари диалекты ҡулланыла.
Билдәле этнологтар Елена Марушиакова һәм Веселин Попов (Болгария) сиғандарын МЕГРЭО — төркөм-ара этник берләшмә тип атай. Был сиған төркөмдәренең халыҡтар араһында мозаик таралып ултырыуы һәм шуға бәйле хәҙерге берҙәйлеге формалашыуы үҙенсәлеген ҡылыҡһырлай. Төрлө илдәрҙең сиған мәҙәниәте үҙенсәлеге улар ныҡлап формалашҡан европа илдәре мәҙәниәттәре тәьҫире менән бәйле. Шуның менән бергә сиған халҡының төрлө ҡатламдарында ысынында сиған мәҙәниәте берҙәйлеге һаҡланыуы билдәләре төрлө кимәлдә. Мәҫәлән, туған тел булараҡ венгр, испан һәм төрөк һәм башҡа телдәрҙе ҡулланып, ҡайһы бер сиған төркөмдәре сиған телен юғалтҡан. Шулай итеп, был төркөмдәрҙең сиған телендә аралашмау-аралышыуы сиған берҙәйлеге билдәһе булып тормай. Ә сиған телен туған тел булараҡ һаҡлаған сиғандар араһында ул төркөмгә ҡарауҙың иң мөһим билгеһе булып тора. Шулай уҡ Европа сиған төркөмдәренең күпселегендә этник хөкөм институты (эске этник нормаларҙы тотоу һәм һаҡлауҙың иң мөһим һәм күп ҡырлы яйланмаһы) һаҡланмаған. Әммә ҡайһы төркөмдәрҙә, мәҫәлән, сиған-кэлдэрарҙа (котлярҙарҙа), ловарҙарҙа ул әлеге көндә лә эшләй.
Николай Бессонов күрһәткәнсә, бөтә донъя сиғандарына хас иң аныҡ берҙәйлек билгеһе: үҙҙәрен сиған булмағандарға «ҡаршы ҡуйыу», донъяны сиғандарға һәм сиған булмағандарға психологик бүлеү.
Сиғандарҙың художество мәҙәниәте күп төрлө һәм бай. Был сиғандарҙың донъя йөҙөндә күп таралғанлығына, ошо биләмәһеҙ милләттең ҡыҫҡа, әммә бай эстәлекле тарихы һәм этник составына бәйле. Сиған мәҙәниәте донъя музыкаль мәҙәниәте (бигерәк тә рус, румын, венгр, балҡан, испан халыҡ музыкаһы, шулай уҡ XIX быуат классик музыкаһынан, джаз (ҡара: Джаз-мануш, Джанго Рейнхардт), фламенко) үҙләштермәләренә бай.
Төрлө илдәр сиғандарының юғары мәҙәниәт өлкәләре буйынса бер тигеҙ үҫешмәүе билдәләнә. Мәҫәлән, рәссамдарҙың күпселеге — тыумышы менән Венгриянан, Рәсәй, Венгрия, Румыния, Испания, Балҡан илдәре сиғандарында музыкаль мәҙәниәте, бөгөнгө көндә Чехия, Словакия, Украина һәм Рәсәй территорияһында сиған әҙәбиәте, актёр сәнғәте — Рәсәйҙә, Украинала, Словакияла күберәк үҫешкән. Цирк сәнғәте — Көньяҡ Америка илдәрендә.
Сиған мәҙәниәтенең күп төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, төрлө этнотөркөмдәрҙең ҡиммәттәренең һәм донъяны ҡабул итеүенең оҡшаш системаһын билдәләргә мөмкин.
Сиған диненә бағышланған тикшеренеүҙәрендә сиғандарҙың дине улар йәшәгән биләмәләрҙә таралған дин (христианлыҡ йә ислам йүнәлештәре) икәне йыш телгә алына. Әммә, рәсми дин менән бер рәттән, сиғандарҙың ышаныуҙарына шулай уҡ магик һәм анимистик ҡараштар элементтары һаҡланған. Төрлө сиған диалекттарына тап килгән (һинд атамаһы дэва devla ’дэвла’нан) алланың һәм (beng ’бэнг') шайтандың үҙенсәлекле исемдәре. Төрлө тәбиғәт эйәләренә ышаныу осрай. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр сиған ышаныуҙарына Аһура-Мазда — Аһриманды дуалистик ҡаршы ҡуйыу кеүек зороастризм йоғонтоһон билдәләй. Венгр сиғандарын өйрәнеүсе Йожеф Векерди, уларҙа индуизм ҡалдыҡтары ҡараштары бер-ике һүҙ менән сикләнгәнлектән, сиғандарҙың ныҡлы бер аллалығы тураһында белдерә. Совет этнографы Лекса Мануш сиған һүҙлегендә һәм ышаныстарында индуизм һәм бигерәк тә шиваизм менән бәйләнешкә күрһәткән күп кенә билдәләрҙе табырға мөмкин. Мәҫәлән, Европа сиған диалекттарының күпселегендә тәрене билдәләр өсөн trusul (trusil, truxul, trixul) һүҙе ҡулланыла, уны Мануш Шива атрибуты тришуланан килеп сыҡҡан тип һанай[38].
Сиғандарҙың алты төп тармағын айырып күрһәтергә мөмкин.
Өс көнбайыш:
Һәм өс көнсығыш:
Шулай уҡ ниндәй ҙә булһа билдәле сиған төркөмөнә ҡарата алмаҫлыҡ «кесе» сиған төркөмдәре бар, улар британ (валлий калелары һәм романичелдары), скандинавия каллдары, балҡан хораханэлары, архангель цыгобиттары.
Европала тормош образы сиғандарға оҡшаған, әммә сығышы икенсе булған күп кенә этник төркөмдәр — атап әйткәндә, ирланд сәйәхәтселәре (трэвеллерс), үҙәк европа еништары бар. Урындағы властар, ҡағиҙә булараҡ, уларҙы, айырым этнос тип түгел, сиғандарҙың бер төрө тип ҡарай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.