әрмән йырсыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Арутюнян Сирануш Грачьевна (әр: Հրաչի Հարությունյան Սիրանուշ, 7 ғинуар 1987 йыл) — Сирушо булараҡ билдәле әрмән йырсыһы. Бик күп йырҙарҙың авторы һәм композиторы. Әрмәнстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (15.09.2017)[2].
Сирушо | |
әрм. Սիրուշո | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Әрмәнстан |
Тыуған көнө | 7 ғинуар 1987 (37 йәш) |
Тыуған урыны | Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР |
Әсәһе | Syuzan Margaryan[d] |
Хәләл ефете | Levon Kocharyan[d] |
Һөнәр төрө | йырсы, автор-исполнитель |
Уҡыу йорто | Ереванский государственный университет[d] |
Ҡатнашыусы | Евровидение 2008 йыр конкурсы[d] |
Музыка ҡоралы | фортепиано һәм вокал[d] |
Жанр | поп-музыка[d], соул[d], заманса ритм-н-блюз[d], фолк[d], армянская музыка[d], романс[d] һәм поп-фолк[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | sirusho.am[1] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 87 635 |
Сирушо Викимилектә |
Сирушо — Сирануш Грачьевна Арутюнян 1987 йылдың 7 ғинуарында Ереван ҡалаһында ижади әрмән ғаиләһендә тыуа. Атаһы Грачья Арутюнян — Әрмән драма театры актеры һәм режиссеры, Әрмәнстандың халыҡ артисы. Әсәһе Сюзан Маргарян — билдәле йырсы, Әрмәнстан ССР-ының атҡаҙанған артисы. Сирушо карьераһын 7 йәшендә, Әрмәнстан һәм Канада сәхнәләрендә сығыш яһап башлай. 9 йәшендә «Лусабац» йыры өсөн Милли Музыкаль премия ала. Үҙ ижадында әрмән милли музыкаһын һәм заман поп-музыкаһын берләштерә. Музыкаль карьераһынан тыш биҙәүестәр дизайны менән шөғөлләнә. 2012 йылда үҙенең «PreGomesh» аксессуарҙар линияһын сығара. Линия яңы трендтарҙың боронғо әрмән традициялары менән бәйләнешен берләштерә.
2000 йылда уның беренсе «Sirusho», һуңынан 2005 йылда «Sheram» альбомы сыға. Сирушо эксперименттар ярата, уның йырҙарында соул, R&B, рop, фолк музыка жанрҙары дудук, зурна, дхол әрмән музыка ҡоралдары оҙатыуында башҡарыла. Йырсы 2005 йылда донъяның 30-ҙан ашыу илендә: Канада, Швеция, Кипр, Италия, Белоруссия, Бөйөк Британия, Израиль, Украина, Мальта, АҠШ, Франция, Бельгия, Греция, Сербия, Германия, Ливан, Мысыр, Грузия, Рәсәй, Иордания, Төркиә, Сүриә, Иран, Польша һәм башҡа илдәрҙә концерттар менән сығыш яһай.
2007 йылда «Hima» тип аталған өсөнсө альбомын сығара. Ундағы «Mez vochinch chi bazhani» (рус. Ничто нас не разлучит) йыры фажиғәле һәләк булған йырсы Вардуя Варданянға бағышлана. 2008 йылда Әрмәнстан исеменән Әрмәнстанда һәм Европала йәштәр араһында популяр булып киткән «Qele Qele» йыры менән Белградта (Сербия) үткән Евровидениела сығыш яһай һәм 199 мәрәй йыйып 4-се урын ала. 2009 йылда грек телендә «Erotas» (грек. Έρωτας, рус. Любовь) йырын яҙҙыра. Был йыр оҙаҡ ваҡыт Әрмәнстандың хит-парадында беренсе урындарҙан төшмәй. Шул уҡ йылда ул Мауд Боаз һәм Елена Томашевич менән берлектә «Time to Pray» (рус. Время молиться) йырын тәҡдим итә. Сирушо күп тапҡырҙар Әрмәнстандың «Иң яҡшы йыл йырсыһы» премияһы менән бүләкләнә.
2010 йылда «Европала әрмән музыкаһын пропагандалаған өсөн» Ташир Музыкаль пермияһына лайыҡ була. 2012 йылда Комитастың «Gutanerg Lorva» тигән әрмән йыры менән илһамланып, «PreGomesh» йырын яҙа. Был йыр популяр булып китә һәм оҙаҡ ваҡыт хит-парадтарҙа беренсе урындарҙы яулай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.