Симметрия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Симме́три́я (бор. грек. συμμετρία = «нисбәтлелек»; συμ- «бергә» + μετρέω «үлсәйем»), киң мәғәнәлә — ниндәйҙер үҙгәрештәрҙә, әүерелештәрҙә (мәҫәлән: тороштоң, энергияның, мәғлүмәттең, башҡаның) асылған ярашлылыҡ, үҙгәрмәүсәнлек (инвариантлылыҡ). Шулай, мәҫәлән, есемдең сферик симметрияһы, әгәр уны арауыҡта ирекле мөйөштәргә борһаң (бер нөктәһен урынында һаҡлап), есемдең күренеше үҙгәрмәй тигәнде аңлата. Ике яҡлы симметрия ниндәйҙер яҫылыҡҡа ҡарата уң һәм һул яғы бер төрлө күренә тигәнде аңлата.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Симметрияның боҙолоуы йәки булмауы асимметрия йәки аритмия тип атала[1].
Дөйөм симметрия үҙенсәлектәре төркөмдәр теорияһы ярҙамында тасуирлана.
Симметрия теүәл йәки яҡынса булырға мөмкин.