Силенд
From Wikipedia, the free encyclopedia
Силенд кенәзлеге — Силенд кенәзлеге (ингл. Principality of Sealand, һүҙмә-һүҙ «диңгеҙ ере кенәзлеге»), 1967 йылда Британияның отставкалағы майоры Пэдди Рой Бейтс иғлан итә, — виртуаль дәүләт[2][3] . Ҡайһы бер баҫмаларҙа «танылмаған дәүләт» тип атала[4][5].
| |||||
Девиз: «E Mare Libertas (лат. «Диңгеҙҙән — азатлыҡ»)» | |||||
Гимн: «E Mare Libertas» | |||||
Нигеҙләнгән | 2 сентябрь 1967 | ||||
Нигеҙләнгән | 2 сентябрь 1967 | ||||
Рәсми тел | Инглиз | ||||
Эре ҡалалар | юҡ | ||||
Идара итеү төрө | конституция монархияһы | ||||
Кенәз | Майкл I Бейтс | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 0,00055 км² 100% | ||||
Халыҡ • Һаны (2017[1]) • Перепись (2012) • Халыҡ тығыҙлығы | 27 чел. 5 чел. 9090 чел./км² | ||||
Валюта | силенд доллары | ||||
Интернет-домен | .eu | ||||
Телефон коды | +44 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 0 |
Бөйөк Британия ярҙарынан 10 километр алыҫлыҡта һәм Төньяҡ диңгеҙҙә диңгеҙ платформаһы биләмәһе өҫтөндә суверенитетҡа һәм тирә-яҡтағы территориаль һыуҙарға дәғүә итә. Бейтс үҙен — Силендтың монархы (кенәзе), ә ғаиләһен хакимлыҡ иткән династия тип иғлан итә. Улар һәм үҙҙәрен Силенд подданныйҙары тип иҫәпләгән кешеләр был кенәзлектең атрибутикаһын булдырыу һәм үҫтереү буйынса, донъя дәүләттәренең атрибутикаһына (флаг, герб, гимн һәм башҡалар) оҡшаш эшмәкәрлек алып бара. Силендың беренсе конституцияһы 1975 йылда үҙ көсөнә инә.