Сиань мәсете
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сиань мәсете (ҡыт. Сиань цинчжэнь дасы, 西安清真大寺) — Эске Ҡытайҙың беренсе мәсете. Император Сюаньцзун (Тан династияһынан) ваҡытында Чанъань, (хәҙерге Сиань) ҡалаһында килмешәк ғәрәптәр төҙөгән мәсет.
Ҡыҫҡа факттар
Мәсет | |
Сиань мәсете | |
Сиань мәсете | |
Ил | Ҡытай |
Регион | Шэньси |
Ҡала | Сиань |
йүнәлеш, мәктәп | сөнниҙәр |
Мәсет төрө | Йома мәсете |
Архитектура стиле | ҡытай архитектураһы |
Шәфҡәт итеүселәр | Чжэн Хэ |
Төҙөлөү датаһы | XIV быуат |
Бина майҙаны | 12 мең м² |
Торошо | ғәмәлдә |
Тәрәүих | Y |
Ифтар | Y |
Мәсет Викимилектә |
Ябырға
Ҡайһы бер фараздар буйынса, мәсет бинаһы XIV быуатта билдәле диңгеҙсе Чжэн Хэ аҡсаһына төҙөлгән. Һуңынан бер нисә мәртәбә яңыртылған. Хәҙерге ваҡытта мәсет 12000 кв.м. майҙан биләй. Ислам архитектураһының ҡытай архитектураһы менән ҡатнашлығы— мәсеттең ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге.