Серб йолалары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Серб йолалары — сербтарҙы башҡа халыҡтарҙан айырып тороусы йәшәйеш ҡанундары, йәмғиәт ҡанундарына бәйле эш-ҡылыҡтар тәртибе йыйылмаһы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр. Серб йолалары, славян йолаларына ҡарағанлыҡтан, үҙҙәрендә ҡайһы бер балҡан һәм фракий йолаларын үҙләштергәндәр. Дөйөм алғанда, серб йолаларының үҙенсәлеге — христиан диненә тиклемге күп һанлы йолалары булған серб православие сиркәүенең ҙур йоғонтоһонда. Шуға бәйле күп сербтар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сиркәүҙекенә һәм халыҡтыҡына бүлмәйенсә, уларҙы бер бөтөн итеп һанай.