Сент-Хеленс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сент-Хеленс — әүҙем стратовулкан, АҠШ-тың Вашингтон штатында Скамания округында, Сиэтл ҡалаһынан көньяҡҡа табан 154 километр алыҫлыҡта һәм Портленд (Орегон) ҡалаһынан төньяҡҡа табан 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. XVIII быуатта был районда топографик эштәр алып барған тикшеренеүсе Джордж Ванкуверҙың дуҫы Британия дипломаты лорд Сент-Хеленс хөрмәтенә аталған. Каскад тауҙарында урынлашҡан һәм 160 әүҙем вулканды үҙ эсенә алған «Тымыҡ океан ут ҡулсаһы» вулкандарының береһе булып тора.
Сент-Хеленс | |
---|---|
ингл. Mount St. Helens | |
Ил | |
Тау системаһы | Кордильер |
Арҡа йәки массив | Каскад тауҙары |
Вулкан формаһы | Стратовулкан |
Һуңғы атылыу | 2008 йыл |
Түбәһе бейеклеге | 2549 м [1] |
Түбәһенә беренсе менеү | 1841 йыл[2] |
Вулкан 1980 йылдың 18 майында һәләкәтле атылыуы менән билдәле[3], был ваҡытта 57 кеше һәләк булған. Ҡорбандарҙың сағыштырмаса күп булыуы вулкандың һирәк осраған «йүнәлтелгән шартлау» тибы булыуы менән бәйле. Вулкандың атылыуы һәм көл болотоноң таралыуы фотограф Роберт Ландсбург тарафынан төшөрөлгән, ул был вулкан атылыуында һәләк булған, әммә пленканы һаҡлап ҡалған. Атылыу һөҙөмтәһендә вулкандың бейеклеге 400 метрға кәмей.