![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/ba/Sennaya_Square%252C_view_from_above.jpg/640px-Sennaya_Square%252C_view_from_above.jpg&w=640&q=50)
Сенная майҙаны (Санкт-Петербург)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сенная майҙаны (1992 йылдан 1952 йылға тиклем — Мир майҙаны) — Санкт-Петербургтың үҙәк майҙаны, Мәскәү проспекты һәм Садовая урамы киҫешкән урында ята. Йорттарҙың нумерацияһы майҙан буйлап мөйөштәге өйҙән Спасский тыҡрығы менән сәғәт стрелкаһына ҡаршы йүнәлештә бара..
Сенная майҙаны | |
![]() | |
Кем хөрмәтенә аталған | бесән |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
![]() |
Майҙан үҙенең исемен XVIII быуатта был урында бесән һатҡандары өсөн ала (быға тиклем ул «Большая» һәм «Конная» майҙан тип йөрөтөлә.). 1952 йылдан майҙан Мир майҙаны тип үҙгәртелә, ә 1 июлдән 1992 йылда уның тәүге исемен ҡайтаралар..
Сенная майҙанына береккән райондар традиция буйынса ҡала ярлыларынан тора. Мәҫәлән, хәҙерге Мәскәү проспекты менән Ефимов урамы араһындағы ер һәм Фонтанка йылғаһы буйы Вяземская лавра , тип аталған,һәм ҡаланың ҡурҡыныс емерек өйҙәрҙән торған урындары булған. Сенная майҙаны районындағы йәшәүселәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен, көнкүрешен, яҙыусылар бер нисә тапҡыр үҙҙәренең әҫәрҙәрендә һүрәтләнеләр, мәҫәлән ,Ф. М. Достоевский ( «Преступление и наказание ») һәм В. В. Крестовский. XIX быуат быуат урталарында Сенная майҙаны халҡы йөҙөн: урамда кеше талаусыларҙы,уғрыларҙы.мутлыҡ ҡылыусыларҙы , тән язаһына дусар булғандарҙы язалау («торговым казням ») — һүрәтләү . Н. А. Некрасов әҫәрҙәрендә лә сағылыш тапты.
Майҙанда һәр ваҡыт кеше күп була, бында метрополитендың өс линияһы киҫешә: автобустар һәм трамвайҙар маршруттары. «Чрево Париж» аналогияһы буйынса уны « Чрево Петербурга» тип атайҙар.