From Wikipedia, the free encyclopedia
Севиче (исп. ceviche, seviche йәки sebiche) — балыҡ һәм диңгеҙ аҙыҡтарынан ашамлыҡ, тыуған иле Перу.[4] Ашамлыҡ күп кенә Латин Америкаһы илдәре аш-һыуында таралған, тик рецептары ғына айырылырға мөмкин. Мәҫәлән, Колумбияла был ризыҡты әҙерләнгәндә томат пастаһы йәки кетчуп ҡулланыла.
Севиченың үҙенсәлекле рецебы 15 минут лайм һутында маринадланған төрлө сорттағы ваҡ итеп туралған сей балыҡтарҙан тора. Бынан һуң балыҡҡа дүңгәләкләп туралған ҡыҙыл һуған һәм ҡайһы саҡта рокото (Перу әсе боросо) өҫтәлә. Лайм һутындағы лимон кислотаһы иҫәбенә балыҡта булған аҡһымдарҙың денатурацияһы барлыҡҡа килә.
Рецепт ил һәм төбәккә бәйле үҙгәрергә мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы берҙә балыҡҡа төрлө диңгеҙ аҙыҡтары өҫтәлә, был осраҡта ризыҡ Ceviche mixto атамаһын ала. Әгәр балыҡ һәм моллюскылар сей көйө ҡулланылһа, башҡа диңгеҙ аҙыҡтары (һигеҙаяҡтар, кальмар һәм башҡалары) алдан бешереп алына. Иң киң таралған варианттарының береһе булып тора conchas Ceviche negras de —ҡара диңгеҙ севиче менән ҡара диңгеҙ ҡабырсаҡтары, Ceviche de ostras — устрица менән севич, шулай уҡ Ceviche con camarones — диңеҙ ҡыҫалаларынан севич. Башҡа ингредиенттар булып башлы һуған, сельдерей һабаҡтары, кинза, чили боросо тора.
Перуҙа севиче ғәҙәттә батат, ҡыҙҙырылған кукуруз йәки маниок менән бирелә, Эквадорҙа гарнир сифатында шулай уҡ дөгө йәки банан-плантайндан чипцы йәки еңел кукуруз бирелә. Афродизиак үҙенсәлектренә эйә булған севиче өсөн ҡулланылған маринад «Юлбарыҫ һөтө» исеме аҫтында айырым блюдо булараҡ бирелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.