Севилья
From Wikipedia, the free encyclopedia
Севилья (исп. Sevilla [seˈβiʎa]) — Испанияның көньяғындағы ҡала, халыҡ һаны яҡынса 700 мең кеше. Гвадалквивир йылғаһының ике ярында ла урынлашҡан. Андалусия һәм Севилья провинцияһының автоном берләшмәһенең баш ҡалаһы булып тора. Легенда буйынса, грек геройы Геракл тарафынан нигеҙ һалына. Ҡала халҡы испанса «севилья́нос» тип атала.
Ҡала | |||||
Севилья
исп. Sevilla | |||||
| |||||
Ил |
ИспанияИспания | ||||
---|---|---|---|---|---|
Статус |
муниципия; центр автономного сообщества, провинции и комарки | ||||
Авт. сообщество |
Андалусия | ||||
Провинция |
Севилья | ||||
Комарка |
Большая Севилья | ||||
Координаталар | |||||
Эске бүленеш | |||||
Мэр | |||||
Майҙаны | |||||
Бейеклеге |
12 м | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
5016,80 кеше/км² | ||||
Этнохороним |
севилья́нцы, севилья́нец, | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+1, йәйге UTC+2 | ||||
Телефон коды |
(+34) 95* | ||||
Почта индексы |
410** | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
sevilla.org (исп.) | ||||
Севилья халыҡ һаны буйынса Испанияла — дүртенсе, эре сәнәғәт һәм сауҙа үҙәге, шулай уҡ туризм үҙәге булып тора. Гвадалквивир йылғаһының ике яғынан да уңдырышлы тигеҙлектә урынлашҡан. Яҡшы үҙләштерелгән тигеҙлектәге йылға буйлап Севильяға тиклем суднолар, шулай уҡ диңгеҙ караптары ла йөрөй. Ҡаланың боронғо өлөшө Гвадалквивирҙың һул ярында урынлашҡан Һәм Лос Умерос, Сестериа, Баратильо, Карретериа, Ресолана, Сан Бернардо, Сан Роке и ла Кальсада, шулай уҡ Макарена ҡалалары сиге менән уратып алынған. 66 манаралы боронғо ҡала диуарынан бөгөн фрагменттар ғына тороп ҡалған. Йылғаның уң ярында Триана районы урынлашҡан.