Саутгемптон (утрау)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Саутге́мптон (ингл. Southampton Island) — Канада Арктика архипелагында ҙур утрау. Административ рәүештә Канаданың Нунавут территорияһының Кивалик регионына ҡарай.
Саутгемптон | |
---|---|
ингл. Southampton Island | |
Характеристики | |
Майҙаны | 41 214 км² |
Иң бейек нөктәһе | 625 м |
Халҡы | 721 чел. (2001) |
Урынлашыуы | |
64°30′ с. ш. 84°30′ з. д.HGЯO | |
Акватория | Гудзон ҡултығы |
Территория | Нунавут |
Саутгемптон Викимилектә |
Гудзон ҡултығына ингән урында урынлашҡан. Утрау майҙаны 41 214 км² тәшкил итә[1]. Ҙурлығы буйынса донъяла 34се һәм Канадала 9сы урынды биләй. Яр буйы һыҙығының оҙонлоғо 1944 км[2].
Утрау төньяҡта Мелвилл ярымутрауынан Фрозен-Стрейт боғаҙы, ә көнбайышта Лабрадор ярымутрауы менән Рос-Уэлк боғаҙы менән айырылған[3]. Утрауҙың иң бейек нөктәһе — Матиасен тауы. Утрауҙың көньяҡ-көнсығышында Белл ярымутауы урынлашҡан[4].
Саутгемптон утрауы Канаданың ҡышҡы ваҡытҡа күсмәгән һирәк территориялар иҫәбенә инә.
Саутгемптонда берҙән-бер тораҡ пункт — Корал-Харбор, бында 721 кеше (2001) йәшәй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.