From Wikipedia, the free encyclopedia
Сартбаева Кайыркүл (ҡырғ. Кайыркүл Сартбаева; тыуғ. 20 июнь 1936 йыл, Кара-Булак ауылы, Ҡырғыҙ АССР-ы)- совет һәм ҡырғыҙ опера йырсыһы (лирик-драматик сопрано), педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980). Йырсы башҡарыуында 600-гә яҡын ария, романс һәм йыр яҙмаһы Ҡырғыҙстан Республикаһының милли телерадиотапшырыуҙар корпорацияһының "Алтын фонд"ына ингән.
Сартбаева Кайыркүл | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Ҡырғыҙстан |
Тыуған көнө | 20 июнь 1936 (88 йәш) |
Тыуған урыны | Кара-Булак[d], Ҡырғыҙ Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, музыка педагогы |
Эш урыны | Б. Бейшеналиева исемендәге Ҡырғыҙстан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты[d] |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Жанр | Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кайыркүл Сартбаева 1936 йылдың 20 июнендә Чуй өлкәһенең Ҡара Булаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].
П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамланғандан һуң 1962 йылда Ҡырғыҙ опера һәм балет театры солисы итеп ҡабул ителә. Кайыркүл Сартбаева үҙенең ижади эше осоронда 50-нән ашыу опера партияһын башҡара алған, улар араһында: Владимир Власовтың, Абдылас Малдыбаевтың, Владимир Ференың шул исемдәге операнан Ай-Чурек; Михаил Раухвергер, Каныкей һәм Калыймандың шул уҡ исемдәге операһынан Йәмилә; Владимир Власов, Абдылас Малдыбаев, Владимир Ференың «Манас» һәм «Токтогул» операларынан Тотуя Һәм Валентина; Сатылган Осмоновтың «Сепил» операһынан Акбийкә; Насы́р Давле́совтың «Ҡорманбәк» операһынан Айканыш; Петр Ильч Чайковскийҙың «Пиковая дама» операһынан Лиза һәм «Евгений Онегин» операһынан Татьяна; Джакомо Пуччиниҙың «Чио-Чио-Сан» операһынан Баттерфляй; Джузеппе Вердиҙың «Отелло» операһынан Дездемона һәм «Дон Карлос» операһынан Елизавета; Кирилл Молчановтың «А зори здесь тихие…» операһынан Лиза Бричкина; Александр Бородиндың «Кенәз Игорь» операһынан Ярославна; Вольфганг Амадей Моцарттың «Дон Жуан» операһынан Донна Анна; Джузеппе Вердиҙың шул уҡ исемле операһынан Аида һәм башҡалар[2].
1962 йылдан А. Малдыбаева исемендәге Ҡырғыҙ опера һәм балет театрында солист булып сығыш яһай.
1969—1970 йылдарҙа ул Ҙур театрҙа (Мәскәү) стажировка үтә.
Камера йырсыһы булараҡ концерттарҙа сығыш яһай[3]. М. Абдраевтың, Т. Эрматовтың, К. Молдобасановтың, Н. Давлесовтың, А. Йәныбековтың, К. Осмоновтың, М. Бегалиевтың, А. Жээнбайҙың, С. Бактыгуловтың күп йырҙарын һәм романстарын тәү башлап башҡарыусы.
Кайыркүл Сартбаева сит илдәрҙә гастролдәрҙә була: Дания, Канада, Куба, Монголия, Польша, Румыния, Сүриә, Төркиә, Чехословакия, Швейцария, Швеция, Япония, ҠХР һәм башҡалар.
Шулай уҡ Ҡырғыҙ ҡатын ҡыҙҙар педагогия институтында, Б. Бейшеналиева исемендәге Ҡырғыҙстан дәүләт сәнғәт институтында (1986—1989 йылдарҙа — ректоры) һәм Ҡырғыҙ милли консерваторияһында (1987 йылдан яңғыҙ йырлау профессоры) уҡыта[1].
Әлеге ваҡытта Ҡырғыҙ опера һәм балет театрында, солистарҙың йәш быуыны менән үҙенең педагогик эшмәкәрлеге сиктәрендә, вокал буйынса оҫталыҡ дәресе етәксеһе булып тора.
«Мээрим», «Тоо-Гулу» һәм «Эне» хәйриә фондтарының әүҙем ағзаһы.
Кайыркүл Сартбаева Ҡырғыҙ ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре һәм режиссеры Кубанычбек Арзиевта кейәүҙә була. Уның ҡыҙы-Айгөл, иҡтисад фәндәре кандидаты, улы — Искәндәр, Ҡырғыҙстандың атҡаҙанған артисы, Абдылас Малдыбаев исемендәге Ҡырғыҙстан милли опера һәм балет театрының художество етәксеһе һәм баш режиссеры, шулай уҡ 7 ейәне һәм 4 бүләһе бар[4].
Дәүләт бүләктәре:
Башҡа бүләктәре:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.