Саркисян Габриэл Эдуардович
Әрмән шахматсыһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Саркисян Габриэл Эдуардович (әрм. Գաբրիել Սարգսյան; 3 сентябрь 1983 йыл) — Әрмәнстан шахматсыһы, халыҡ-ара гроссмейстер. Һигеҙенсе донъя команда чемпионаты еңеүсеһе (2011), Әрмәнстан командаһы составында бөтә донъя шахмат олимпиадаһының өс тапҡыр еңеүсеһе (2006, 2008 һәм 2012) .
Саркисян Габриэл Эдуардович | |
әрм. Գաբրիել Սարգսյան | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Әрмәнстан |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Әрмәнстан[1] |
Тыуған көнө | 3 сентябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (40 йәш) |
Тыуған урыны | Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | шахматсы |
Шахматный титул | мастер ФИДЕ[d], халыҡ-ара мастер[d] һәм гроссмейстер[d][1] |
Спорт төрө | шахмат |
Спорт рейтингы | 62[2], 63[3], 61[4], 60[5], 61[6], 61[7] һәм 48[8] |
Эло рейтингы | 2646[9] |
Ҡатнашыусы | Шахматная олимпиада 2000[d][10], Шахматная олимпиада 2002[d][10], Шахматная олимпиада 2004[d][10], Шахматная олимпиада 2006[d][10], Шахматная олимпиада 2008[d][10], Шахматная олимпиада 2010[d][10], Шахматная олимпиада 2012[d][10], Шахматная олимпиада 2014[d][10] һәм Шахматная олимпиада 2018[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Саркисян Габриэл Эдуардович Викимилектә |
Г. Саркисян — 1996 йылда 14 йәшкә тиклемгеләр араһында донъя чемпионы[11], ике тапҡыр Әрмәнстан (2000 һәм 2003)[12] чемпионы, Рейкьявикта һәм Дубайҙа (2006)[13] үткән халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе.
Әрмәнстан командаһы составында өс тапҡыр шахмат олимпиадаһының еңеүсе була: 2006 йылда Туринда, 2008 йылда Дрезденда һәм 2012 йылда Стамбулда. Беренсе уңышы өсөн Мовсес Хоренаци миҙалы менән бүләкләнә,[14] икенсеһе өсөн беренсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ була[15], өсөнсөһөндә Почёт Билдәһе ордены менән наградлана.
Бөтәһе шахмат олимпиадаларында биш тапҡыр ҡатнаша[16].
2007 йылда Зафрҙағы турнир еңеүсеһе (Испания). 7 мөмкинлектән 6,5 мәрәй йыйып, дәғүәселәрен (Пономарев, Сашикиран, Иван Соколов) мәрәй ярымға уҙа[17].
2008 йылдың декабрендә Әрмәнстандың иң яҡшы спортсыһы тип таныла[18].