Самауыр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Самауыр — һыу ҡайнатыу һәм сәй әҙерләү өсөн ҡорамал. Тәүҙәрәк эсенә ағас күмере тултырылған бейек оҙон торба рәүешендәге усаҡ ярҙамында һыу ҡайнатыла. Аҙаҡ башҡа төрлө: кәрәсин, электр һәм башҡа төр самауырҙар барлыҡҡа килә. Хәҙерге ваҡытта электр сәйнүге һәм плитә сәйнүктәре уларҙы ҡулланылыштан тотошлайы менән ҡыҫырыҡлап сығарҙы тиерлек.