Самария (тарлауыҡ)
Европалағы иң ҙур тарлауыҡ, Криттың көньяҡ-көнбайыш осонда Лефка-Ори тауында, Крит периферияһының Сфакион общинаһында урынлашҡан / From Wikipedia, the free encyclopedia
Самария тарлауығы (грек. Φαράγγι της Σαμαριάς), шулай уҡ «Самария» милли паркы[2] — Европалағы иң ҙур тарлауыҡ, Криттың көньяҡ-көнбайыш осонда Лефка-Ори тауында, Крит периферияһының Ханья периферия берәмегенең Сфакион общинаһында урынлашҡан. Криттың иң билдәле иҫтәлекле урындарының береһе. Тарлауыҡтың оҙонлоғо яҡынса 13 км, ә киңлеге 3,5 метрҙан 300 метрға тиклем тирбәлә. Контроль үткәндән һуң тарлауыҡ осонда Айия-Румели ауылына тиклем тағы ла 3 километр араны артылырға кәрәк. Ауылға тиклем автобус менән барыу мөмкинлеге бар.
Ҡыҫҡа факттар Категория защищённых зон МСОП, Дәүләт ...
Самария | |
Категория защищённых зон МСОП | МСОП II категорияһы: милли парк[d] |
---|---|
Дәүләт | Греция[1] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Крит[d] |
Ойошма ағзаһы | Кеше һәм биосфера[d] |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d], биосферный заповедник ЮНЕСКО[d] һәм национальные парки Греции[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (vii)[d], (viii)[d], (ix)[d] һәм (x)[d] |
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО | unesco.org/new/en/natura… |
Самария Викимилектә |
Ябырға
Тарлауыҡ үҙенең атамаһын XIV быуаттағы Преподобная Мария византия сиркәүе атамаһынан алған. Сиркәү элекке Самария (яҡынса юл уртаһында) ауылынан саҡ ҡына түбәндәрәк урынлашҡан.