Салауат Юлаев спорт һарайы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300083000№ 0300083000
Ҡыҫҡа факттар Урынлашыуы, Төҙөлгән ...
Урынлашыуы | |
---|---|
Төҙөлгән | |
Һыйҙырылышлығы |
3 500[1] |
Өйҙәге команда | |
Майҙан размеры |
61×30 м |
«Салауат Юлаев» спорт һарайы Викимилектә |
Ябырға
«Салауат Юлаев» спорт һарайы (рус. Дворец спорта «Салават Юлаев») — Өфө ҡалаһының боҙло спорт һарайы, 2007 йылдың декабренә тиклем «Салауат Юлаев» хоккей клубының өй аренаһы була. 2009 йылдың сентябренән «Толпар» (Йәштәр хоккей лигаһы), ә 2010 йылдан башлап бында «Ағиҙел» (Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы) хоккей клубтары үҙенең уйындарын үткәрә.
2007 йылда Өфө-Арена асылғанға тиклем спорт һарайы Башҡортостанда иң ҙур ябыҡ спорт ҡоролмаһы була, республикала яһалма боҙ менән тәүге спорт объекты. Өфө прибор яһау-етештереү берлеге заказы буйынса «Төҙөү тресты №3» менән 1967 йылда төҙөлә. Салауат Юлаев спорт һарайы Өфө-Аренан 40 йылға олораҡ.