СССР Яҙыусылар союзы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Советтар Союзының Яҙыусылар берләшмәһе (рус. Союз писателей СССР) — СССР профессиональ яҙыусылар ойошмаһы.
1934 йылда СССР яҙыусыларының беренсе йыйылышында ойошторола.
Яҙыусылар берләшмәһенең ғәмәлдәге маҡсаты — әҙәбиәттә партия контролен тотоу. Профессиональ яҙыусыға берлеккә кереү мәжбүри булған, ә берлектән сығыу иһә карьераны бөтөрөүгә китергән.
СССР-ҙың тарҡалыуынан һуң Берлек күп кенә башҡа ойошмаларға бүленә.