![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/9c/Moscow_July_2011-38a.jpg/640px-Moscow_July_2011-38a.jpg&w=640&q=50)
СССР Сит ил эштәре министрлығы
СССР министрлығы / From Wikipedia, the free encyclopedia
СССР Сит ил эштәре министрлығы — тышҡы сәйәсәт һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә СССР дәүләт идаралығының үҙәк органы.
СССР Сит ил эштәре министрлығы (СССР МИД-ы) | |
---|---|
![]() | |
СССР-ҙың бөтә министрлыҡтары һәм ведомстволары мисәттәре Советтар Союзы Гербын файҙаланды | |
![]() | |
Смоленск-Сенный майҙанында Сит ил эштәре министрлығы бинаһы | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Нигеҙләнгән | 15 март 1946 |
Алдан килеүсе | СССР Сит ил эштәре халыҡ комиссариаты (1923—1946) РСФСР-ҙың сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссариаты (1917—1923) Рәсәй империяһының Сит ил эштәре министрлығы (1802—1917) Сит ил эштәре коллегияһы (1717—1802) Илселек приказы (1549—1720) |
Дауамсы | Рәсәй МИД-ы |
Бойһоноусылар | СССР Министрҙар Советы СССР Министрҙар кабинеты |
Штаб-квартира | Мәскәү, Смоленская-Сенная майҙаны, 32-34 йорт |
1946 йылдың 15 мартында СССР Сит ил эштәре халыҡ комиссариатын үҙгәртеү юлы менән Союз-республика Министрлығы булдырылды[1].
1946-1952 йылдарҙа министрлыҡ Мәскәүҙә Беренсе Рәсәй страховкалау йәмғиәтенең (Кузнецкий Мост урамы, 21/5 - Большая Лубянка урамы, 5/21) элекке килем йортонда урынлаша.
1991 йылдың 14 ноябрендә СССР-ҙың Сит ил эштәре министрлығы нигеҙендә СССР-ҙың Дәүләт Советы Конституцияһы тарафынан ҡаралмаған ҡарар буйынса, яңы ведомствоға тышҡы сауҙа функцияларының бер өлөшө биреп, СССР-ҙың Тышҡы мөнәсәбәттәр министрлығы ойошторола[2] с приданием новообразованному ведомству части внешнеторговых функций[3]. Әммә СССР Конституцияһының 113-сө статьяһы 2-се пунктына ярашлы, Сит ил эштәре министрлығын үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар СССР Юғары Советы компетенцияһында булған, ул СССР тарҡалғанға тиклем 1991 йылдың 1 апреленән «СССР министрлыҡтары һәм башҡа үҙәк дәүләт идара итеү органдары исемлеге тураһында»ғы 2073-сө СССР Законына тейешле төҙәтмәләр индермәгән[4][5].