СССР Дәүләт премияһы лауреаттары исемлеге (Башҡортостан)
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
СССР дәүләт премияһы — СССР граждандарын фән һәм техника, хеҙмәт, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге күренекле ижади ҡаҙаныштары өсөн дәртләндереү формаһы. СССР дәүләт премияһы 1966 йылдың 9 сентябрендә КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының ҡарары менән булдырылған.
СССР Дәүләт премияһы лауреаттары булып фән һәм техника, хеҙмәт, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге күренекле ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнгәндәр тора. Премия 1967 йылдан алып йыл һайын Октябрь революцияһының йыллығына бирелә, диплом һәм күкрәккә тағыла торған билдәһе менән тапшырыла.
1941-1952 йылдарҙа Сталин премияһы (20.12.1939 СССР халыҡ комиссарҙары Советы ҡарары менән булдырылған) бирелгән шәхестәр шулай уҡ Дәүләт премияһы лауреаттары булып торалар.
Түбәндә Башҡортостандан булған СССР Дәүләт премияһы лауреаттары исемлеге эшмәкәрлеге өлкәләре буйынса алфавит тәртибендә премияларҙы тапшырыуҙың хронологик эҙмә-эҙлелегендә килтерелә[1].