![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/e/eb/VU_MO_RF.jpg/640px-VU_MO_RF.jpg&w=640&q=50)
Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Хәрби университеты
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәрби университет — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының юғары хәрби уҡыу йорто. Әлеге белем усағы гуманитар, социаль, юридик, филология, финанс, иҡтисади һәм офицерҙар кадрҙар әҙерләү йүнәлештәре буйынса Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең уҡытыу-методик һәм ғилми үҙәге булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Хәрби университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1919 |
---|---|
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Алдағы | В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академия |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | vumo.mil.ru |
![]() |
1994 йылдың 20 июлендә Рәсәй Ҡораллы Көстәр гуманитар академияһында (В. И. Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академия) һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Хәрби-сәйәси академияһы (СССР Ҡораллы Көстәренең элекке Хәрби институты нигеҙендә 1992 йылдың ноябрендә булдырылған) базаһында ойошторола. Беренсе тапҡыр бер уҡыу йортонда иҡтисади, гуманитар, юридик һәм филологик кадрҙар әҙерләү йүнәлештәре туплана.
Белем биреү эшмәкәрлеген алып барыу хоҡуғына лицензия (мөҙҙәтһеҙ): 2011 йылдың 11 апрелендәге 1081-се теркәү һаны. Дәүләт аккредитацияһы тураһында таныҡлыҡ: 2011 йылдың 18 июнендәге 0574-се теркәү һаны.