![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/7a/Emblem_of_the_Office_of_the_Prosecutor_General_of_Russia.svg/langba-640px-Emblem_of_the_Office_of_the_Prosecutor_General_of_Russia.svg.png&w=640&q=50)
Рәсәй Федерацияһының Прокуратураһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы — Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының һәм Рәсәй территорияһында эш иткән закондарҙың үтәлешен Рәсәй Федерацияһы исеменән күҙәтеү бурысын үтәүсе үҙәкләштерелгән федераль органдар системаһы. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы федераль закондар менән билдәләнгән башҡа функцияларҙы ла башҡара. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының вәкәләттәре, эшмәкәрлегенең ойошторолошо һәм тәртибе «Рәсәй Федрацияһы прокуратуры тураһында»ғы Федераль закон менән билдәләнә[1]. Хәрбиләштерелгән дәүләт ойошмаһы булып тора[2]. Рәсәй прокуратураһында федераль хәрби, хоҡуҡ һаҡлау һәм граждан дәүләт хеҙмәте булдырылған. Прокуратура үҙ вәкәләттәрен дәүләт власы органдарына (закондар сығарыу, башҡарма, суд) бәйһеҙ тормошҡа ашыра, властың бер тармағына ла буйһонмай.
Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһы | |
---|---|
![]() | |
РФ прокуратураһы эмблемаһы | |
![]() | |
РФ прокуратураһы флагы | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Ил | Рәсәй |
Нигеҙләнгән | 1992 йылдың 12 ғинуары |
РСФСР Прокуратураһы | |
Штаб-квартира | ![]() |
РФ Генеральный прокуроры | Чайка Юрий Яковлевич |
Урынбаҫар | Буксман Александр Эмануилович |
Сайт | |
http://genproc.gov.ru |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/f8/RIAN_archive_509716_Russian_Prosecutor_General%27s_office.jpg/640px-RIAN_archive_509716_Russian_Prosecutor_General%27s_office.jpg)
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/5/51/RIAN_archive_140657_Russian_Prosecutor_General%27s_office.jpg/640px-RIAN_archive_140657_Russian_Prosecutor_General%27s_office.jpg)
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/be/Prosecutor_General%E2%80%99s_Office_of_the_Russian_Federation_%28Petrovka%29.jpg/640px-Prosecutor_General%E2%80%99s_Office_of_the_Russian_Federation_%28Petrovka%29.jpg)