Рәсәйҙең нефть сәнәғәте
Рәсәй сәнәғәтенең төп тармағы, нефть сығарыу, эшкәртеү, ташыу һәм һатыуҙы, шулай уҡ нефть продукттарын етештереү, ташыу һәм һатыуҙы солғай / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәйҙең нефть сәнәғәте — Рәсәй сәнәғәтенең төп тармағы, нефть сығарыу, эшкәртеү, ташыу һәм һатыуҙы, шулай уҡ нефть продукттарын етештереү, ташыу һәм һатыуҙы үҙ эсенә ала.
Рәсәйҙең нефть сәнәғәте | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Рәсәйҙең нефть сәнәғәте Викимилектә |
Нефть Рәсәй экспортының төп статьяһы булып тора, 2009 йыл мәғлүмәттәре буйынса, аҡсаға әйләндереп һанағанда экспорттың 33 процентын (нефть продукттары менән бергә — 49 процентын) биләгән. Нефть һәм нефть продукттары хаҡы кимәленә шулай уҡ экспорт компоненты булып торған тәбиғи газдың хаҡы бәйле.
2016 йылда Рәсәйҙә газ конденсатлы 547,497 миллион тонна нефть сығарыла (2015 йылға ҡарата +2,5 %), нефтте беренсел эшкәртеү йылына 279,365 млн тонна (2015 йылға ҡарата − 1,2 %). 2016 йылда Рәсәй нефть сығарыу күләме буйынса, Сәғүд Ғәрәбстанын һәм АҠШ-ты үтеп, беренсе урынды ала.
Шыйыҡ углеводородтар запастары 2007 йылға 9,5 млрд т күләмендә баһалана. Иң эре нефть ятҡылыҡтары — Самотлор, Обь буйы, Рус, Ромашка ятҡылыҡтары.