Рәсәйҙең ете мөғжизәһе
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәйҙең ете мөғжизәһе — Рәсәйҙең ете мөғжизәһен эҙләү маҡсатындағы проекты. «Известия» гәзите, «Россия-1» телеканалы һәм «Маяк» радиостанцияһы тарафынан ойошторола. Ете «ил мөғжизәһен» һайлауҙар SMS-тар һәм интернет аша уҙғарыла.
Конкурс өс этапта үтә. Беренсе этапта (2007 йылдың 1 октябренән 2008 йылдың 1 февраленә тиклем) варианттарҙы ҡабул итеү һәм улар буйынса тауыш биреү үткәрелә. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙең 7 федераль округынан 49 мөғжизә (һәр федераль округынан 7-шәр мөғжизә). 2008 йылдың 1 февраленән 1 майына тиклем икенсе этап үткәрелә, уның һөҙөмтәһендә конкурс финалистары араһынан 14 финалист һайлап алына. Шул уҡ йылдың 1 майынан 10 июненә тиклем суперфинал үтә һәм Рәсәйҙең 7 мөғжизәһе һайлана. 2008 йылдың 12 июнендә, Рәсәй көнөндә, Ҡыҙыл майҙанда конкурс еңеүселәре иғлан ителә.
2007 йылдың 30 майында Рәсәй туриндустрия союзы «Всемирный следопыт» журналы (Петербург) менән берлектә ошондай уҡ акция иғлан итәләр — «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе». Тауыш биреү өсөн «Всемирный следопыт» журналы тарафынан 100 иҫтәлекле урын тәҡдим ителә (журнал үҙенең уҡыусыларынан тейешле тәҡдимдәр йыя, ә тулы исемлекте төҙөү эксперт советына йөкмәтелә). беренсе этар барышында 20 меңдән ашыу тауыш ҡарала. Һөҙәмтәлә 2007 йылдың 7 июлендә 21 лидер билдәләнә. Артабан икенсе этап башлана. Һәр айҙың 7-се көнөндә тауыш биреү һөҙөмтәләре иғлан ителә, «Рәсәйҙең ете мөғжизә» исемлеге 2008 йылдың 7 июлендә халыҡҡа еткерелә.