Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәйхана бинт Зәйед, (ғәр. ريحانة بنت زيد) 631 йылда вафат була. — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе. Кәнизәге булған тигән һүҙҙәр ҙә бар.
Рәйхана бинт Зәйед йәһүдтәрҙең Ҡурайза ырыуынан булған. Тәүге ире Хәкәм исемле булған. 626 йылда мосолмандарҙың Ҡурайза ҡәбиәләһенә ҡаршы яуында ул әсиргә төшкән һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр өйөнә эләккән. Рәсүл уға Ислам ҡабул итергә тәҡдим иткән, әммә ҡатын баш тартҡан. Күпмелер ваҡыттан ул Ислам ҡабул итеүе тураһында иғлан иткән, ошонан һуң уны Пәйғәмбәр әсирлектән азат иткән. [2]. Икенсе бер фараз буйынса (Ибн Сад әл-Бағдади әйтеүенсә), Рәйхана мосолманлыҡ ҡабул итһә лә, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең кәнизәге булып ҡалған [3].
Рәйхана игелекле һәм тәҡүә ҡатын булған. Ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең башҡа ҡатындарынан алда вафат булған.[2].
Рәйхана, Рәйхан исемдәре "рәхәтлек" тип тәржемә ителә. Еҫле гөл атамаһы ла бар. "Рәйхан" тип аталған халыҡ йыры ла бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.