Рус православие сиркәүе
сиркәү / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рус православие сиркәүе (РПЦ), башҡа рәсми исеме Мәскәү патриархаты (МП) — донъяла иң ҙур автокефаль поместный Православие Сиркәүе[2][3][4][5]. Доньяның автокефаль Поместный сиркәүҙәре диптихында бишенсе урында тора[6][7]. Россияла иң ҙур һәм йоғонтоло дини ойошма[5], Украинала (2011 йылда приходтар, руханиҙар, ғибәҙәтханалар һаны буйынса)[8][9], ләкин 2015 йыл башына[10], диндарҙар һаны буйынса түгел), Белоруссия, Молдавияла[11][12] (Приднестровьены ла индереп)[13].
Рус православие сиркәүе | |
Нигеҙләү датаһы | 15 декабрь 1448 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | РПЦ, РПЦ, ROC, РПЦ, РПЦ, 俄國教會, 俄国教会, VÕK, ROK, РПЦ һәм RPC |
Нигеҙләүсе | Андрей Первозванный[d], Фотий I[d], Николай II Хрисоверг[d] һәм Владимир I |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | Патриарх Московский и всея Руси[d] |
Етәксе | Патриарх Кирилл[d] |
Рәсми тел | сиркәү-славян теле[d] һәм синодальный извод церковнославянского языка[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Христианский литургический обряд | византийский обряд[d] |
Ойошма ағзаһы | Всемирный совет церквей[d] |
Юрисдикция таралышы | постсоветское пространство[d] һәм СССР |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Данилов монастырь[d], Даниловский район[d] |
Рәсми сайт |
patriarchia.ru patriarchia.ru/md/ patriarchia.ru/ua/ patriarchia.ru/gr/ patriarchia.ru/en/ |
Бүленеп сыҡҡан | Константинопольская православная церковь[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 92 800 ± 99[1] |
Рус православие сиркәүе Викимилектә |
Үҙен элекке СССР территорияһында, Грузия һәм Әрмәнстандан тыш (улар каноник Грузин православие сиркәүе биләмәһе), берҙән-бер ҡанун яғынан легитим православие автокефаль (бойондороҡһоҙ) сиркәү тип иҫәпләй[14])[прим 1], шулай уҡ Япония, Ҡытай[15]һәм 2016 йылдан Монголияла[16]; үҙен берҙән-бер поместный Рус православие сиркәүе[17], синодаль рус сиркәүе һәм 1458 йылға тиклем булған Киев митрополияһы (Константинополь патриархатына ҡараған) вариҫы тип иҫәпләй. Бынан тыш, уның Уставы буйынса, РПҮ власы «башҡа илдәрҙә йәшәгән, үҙ теләге менән унда ингән православныйҙарға ла тарала»[18]. Ләкин уның хоҡуғына Ҡытайҙа һәм Эстонияла[19] Константинополь патриархаты, Украина территорияһында — Украина православие сиркәүе[20][21], Молдавияла — Румын православие сиркәүе тарафынан дәғүә белдерелә[22][прим 2].
«Рус православие сиркәүе» исеме электән ҡулланыла[23], ләкин 1943 йылдың көҙөнән башлап ҡына рәсми атамаға әйләнә[17]. Уға ҡәҙәр «Рәсәй православие сиркәүе», «Грек-көнсығыш Рәсәй сиркәүе» һәм башҡалар ҡулланылған. РПҮ-ның (РПЦ) үҙәкләштерелгән ойошма булараҡ, 1991 йылға тиклем юридик шәхес статусы булмай[24], РСФСР территорияһында 1991 йылдың 30 майында ғына РСФСР Юстиция министрлығы Рус православие сиркәүе Гражданлыҡ уставын теркәй[25] (СССР-ҙың 1990 йылдың 1 октябрендәге «Выждан һәм дини ойошмалар ирке» тураһындағы законына ярашлы). Рәсәй Федерацияһынан ситтәге Каноник подразделениелар шул илдәр закондарына ярашлы үҙ аллы юридик шәхес булараҡ башҡа исем аҫтында теркәлә ала.
Үҙенең төҙөлөшө һәм эшмәкәрлегенең дини һәм хоҡуҡи нигеҙе тип Изге Китапты (Библия) һәм Изге Васыятты (Священное Предание) иҫәпләй [26]. Һуңғыһы сиркәү тарафынан авторизацияланған дини текстарҙы, Изге аталарҙың хеҙмәттәрен, жития Святых (Изгеләр тормошо тарихы), шулай уҡ сиркәү ғөрөф- ғәҙәттәрен үҙ эсенә ала[27].
Рус православие сиркәүе Евангелиены (Инжил) бөтә кеше араһында таратыуҙы үҙ маҡсаты тип иҫәпләй һәм миссионерлыҡ эшмәкәрлеген дә алып бара (эске һәм тышҡы миссиялар аша).