Рошен
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Рошен» (Roshen) — украин кондитер корпорацияһы, донъяла иң эре кондитер ризыҡтары етештереүселәрҙең береһе. 2012 йылға ҡарата Candy Industry Top 100 рейтингында18-се урынды биләгән. Башҡа сығанаҡтар буйынса, әһәмиәте буйынса донъя кондитер компаниялары араһында 15-се урында тора[1].
Рошен | |
Тип |
Акционерҙар йәмғиәте |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1996 йыл |
Уранлашыуы |
Украина, Киев, производство майҙансыҡтары: Винница, Кременчуг, Киев, Липецк, Клайпеда, Будапешт, һөт заводы: Винница, логистика үҙәге: Яготин |
Тармаҡ |
кондитер продукцияһы етештереү |
Продукция |
Шоколад, карамель, кәнфит, бисквит, печенье, торт, пирожный, батонсыҡ, вафля, ҡаҡ, зефир, мармелад, крекер, кекс |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
9 мең кеше |
Сайт | |
Рошен Викимилектә | |
Компанияның үҙәк офисы Киевта урынлашҡан. Украиналағы бүлектәренән тыш, компания составына Литва, Венгрия, Ҡаҙағстан, Рәсәй һәм Ҡытай бүлектәре инә. Продукцияһы донъяның 30-ҙан ашыу илендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда, Беларуста, Кавказ, Урта Азия, ЕС илдәрендә, АҠШ-та, Молдовала, Ҡытайҙа, Израилдә, Литвала һатыла.
«Рошен» атамаһы корпорацияға нигеҙ һалған Пётр Порошенко[2] фамилияһының тәүге һәм һуңғы ижектәрен ҡыҫҡартыу юлы менән яһалған[3].