From Wikipedia, the free encyclopedia
Ровный —Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.
Ровный | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 70 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462233 |
Ҡасаба Кейәле Бүртә йылғаһының һул яры буйында элгәре «Ҡыуандыҡ» совхозының үҙәк усадьбаһы тип һаналған, 1966 йылда статусын үҙгәрткән Урал ҡасабаһынан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Ровный ҡасабаһының климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[4].[5].
Ровный ҡасабаһы ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[6]. |
[7].
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем тораманы 9-сы ауыл тип атағандар. 1960 йылғы белешмәлә — «Ҡыуандыҡ» совхозының 2-се ферма ҡасабаһы[8].
1944 йылда «Ҡыуандыҡ» совхозында һәм Ҡыуандыҡ районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Дәүләт фонды ерҙәренең бер өлөшөндә итселек-һарыҡсылыҡ совхозы ойошторола. Совхоз составына ойошҡан малсылыҡ фермалары ингән, уларҙың ҡышлаған урынында малсылар өсөн ҙур булмаған торамалар барлыҡҡа килгән, һәм улар 2-се Ферма, 3-сө Ферма, 4-се Ферма, 5-се Ферма тип аталған.
Малсыларҙың һәр ҡасабаһында 1949 йылда уҡ башланғыс мәктәп булған.
1966 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән «Ҡыуандыҡ» совхозының 2-се ферма ҡасабаһы Ровный тип үҙгәртелә[8].
Ҡасабаның Ровный (тигеҙ) тип аталыуы ул урынлашҡан ерҙең рельефы менән бәйле: йылға буйындағы тигеҙ уйһыулыҡ, тауҙар йыраҡта, горизонтта ғына төҫмөрләнә тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында[3]. Ҡаҙаҡтар ҡасабаны Ҡарағаш тип атай икән.
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[9] |
70 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.