Роберт Шуман
немец композиторы, дирижёр, музыка тәнҡитсеһе, педагог / From Wikipedia, the free encyclopedia
Роберт Шуман, нем. Robert Schumann (8 июнь 1810 йыл, Цвиккау ҡалаһы — 29 июль 1856 йыл, Эндених ҡалаһы) — немец (саксон) композиторы, пианист, дирижёр. Педагог һәм кренекле музыка тәнҡитсеһе. Романтизм осоронда күренекле композиторҙарҙың береһе булараҡ киң билдәле. Уның уҡытыусыһы Фридрих Вик Шуманды Европаның иң яҡшы пианисы булыр тип ышана, ләкин ҡулы ауырыу сәбәпле Робертҡа пианист карьераһын ҡалдырып, ғүмерен музыка яҙыуға бағышларға тура килә.
Роберт Шуман Robert Schumann | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған |
8 июнь 1810({{padleft:1810|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) |
Тыуған урыны |
Цвиккау ҡалаһы |
Үлгән |
29 июль 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (46 йәш) |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор , дирижёр |
Әүҙем йылдары |
1810—1856 |
Жанрҙар |
Концерттар, вокаль әҫәрҙәр, симфоник әҫәрҙәр, камера музыкаһы |
Псевдонимдар |
Эвзебий, Флорестан |
Автограф | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
1840 йылға тиклем Шумандың бөтә әҫәрҙәре тик фортепиано өсөн яҙылған була. Һуңыраҡ бик күп йырҙар, дүрт симфония, опера һәм башҡа оркестр, хор һәм камера әҫәрҙәре баҫылып сыға. Музыка тураһында мәҡәләләрен ул Яңы музыкаль гәзиттә баҫтырып сығара (нем. Neue Zeitschrift für Musik).
1840 йылда ҡыҙҙың атаһының теләгенә ҡарамаҫтан, Шуман Фридрих Виктың ҡыҙы Клараға өйләнә. Уның ҡатыны ла музыка яҙған һәм ҙур концерт пианисы карьераһына эйә булған. Концерттарҙан төшкән табыш атаһының торошоноң күпселек өлөшөн тәшкил иткән.
Шуман 1833 йылда тәүге тапҡыр көслө депрессиянан барлыҡҡа килгән психик ҡаҡшауҙан яфаланған. 1854 йылда үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡандан һуң, ул үз теләге менән, психиатрия клиникаһына урынлаштырыла. Эйген Блейлер Шуман осрағын шизофренияның классик миҫалы итеп килтерә, ә башҡа тикшеренеүселәр һәм биографтар уның биполяр аффектив ҡаҡшауы булыуын билдәләй[1]. 1856 йылда Роберт Шуман психик ҡаҡшауҙан дауаланып өлгөрмәй вафат була.