Регги
ямайҙағы билдәле музыка төрө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Регги (рэгги, реггей[1][2]; ингл. reggae) — заманса музыка йүнәлеше, 1960-сы йылдарҙа Ямайкала барлыҡҡа килә, 1970-се йылдарҙан киң тарала[1].
Регги | |
Йүнәлеше: |
Регги |
---|---|
Сығышы: |
Ритм-энд-блюз (Ритм-н-блюз) Джаз, Менто, Калипсо, Ска, Рокстеди |
Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты: |
|
Таралған йылдары: |
|
Эсендәге жанрҙар: | |
Даб, Рагга, Дансхолл, Скинхэд-регги | |
Туғандаш жанрҙар: | |
Реггетон, 2 Tone Евро-регги | |
Сығарылма жанрҙар: | |
Трип-хоп, Драм-энд-бэйс |
![]() | |
Crooked Cop | |
Помощь по воспроизведению |
Африка мәҙәниәтенә ярашлы, ритм, бейеү, музыка хәл һәм ваҡиғалар менән йәнәш килә. Шуға күрә регги бер үк ваҡытта бейеү, тыныс һәм ҡаршылыҡты белдереү музыкаһы була ала[1].
Ҡулланылған музыка ҡоралдары — электрогитара, бас-гитара, һуҡма, электроорган, ҡайһы саҡ — музыка ҡоралдары. Реггиҙың төп үҙенсәлеге — ритмлы элементтарҙың әйҙәүсе роль уйнауы. Бында тәүге урында бас-гитара тора, һәм ул ритм йәһәтенән дә, көй яғынан да композицияның нигеҙен тәшкил итә. Башҡа төр музыҡа ҡоралдарҙың партиялары бас партияһы тирәһендә ойошоп бара. Реггиға шулай уҡ уртаса йәки талғын темп хас, ул шәберәк булған хәлдә лә яуҙаусан (агрессив) кимәлгә етергә тейеш түгел, музыкаль дәүмәл — 4/4-кә тигеҙ була, ҡушылып уйнауҙағы (аккомпанементағы) акценттар 2-се һәм 4-се өлөштәргә төшә, брейктар юғары ьондарҙы йәки бер яҡлы барабан — тимбалдарҙа башҡарыла[3].
Танылған регги короле булып йырсы һәм йырҙар авторы Боб Марли һанала.[3]
2018 йылда регги ЮНЕСКО-ның кешелектең тел һәм мәҙәни Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[4][5].