Разна (милли парк)
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Разна» милли паркы (латыш. Rāznas nacionālais parks) Латвияның Латгаль төбәгендә урынлашҡан. 2007 йылдың 1 ғинуарында төҙөлә һәм 59615 гектар майҙанды биләй. Быға тиклем булған «Разна» тәбиғәт паркын милли паркҡа үҙгәртеү инициативаһы менән Даугавпилс университетынан сығыш яһай.
Ҡыҫҡа факттар «Разна» милли паркы, Категория МСОП — II (Милли парк) ...
«Разна» милли паркы | |
---|---|
латыш. Rāznas nacionālais parks | |
Озеро Разна | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 532 км2 |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 2007 йыл |
Урынлашыуы | |
56°16′00″ с. ш. 27°30′00″ в. д.HGЯO | |
![]() |
Ябырға
Был милли парк Латвияла ҙурлығы буйынса икенсе урында тороусы Разна күлен һәм уға яҡын райондарҙы яҡлау өсөн булдырыла. Милли парктың 14 % майҙанын һыу ҡаплап тора. Экосистеманың иң ҡиммәтлеһе — ул үҫемлектәрҙең күп һанлы һирәк төрҙәре менән тәбиғи япраҡлы урман, был ағастарҙың ҡайһы берҙәре Эжезерс күленең 26 утрауында үҫә. Шулай уҡ тәбиғәт һаҡлауҙың юғары ҡиммәтенә тәбиғилеккә яҡын булған болондар ҙа эйә.