![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/fe/5marshals_01.jpg/640px-5marshals_01.jpg&w=640&q=50)
РККА-лағы репрессиялар (1937—1938)
From Wikipedia, the free encyclopedia
1937—1938 йылдарҙа РККА-лағы репрессиялар — РККА һәм РКВМФ команда һәм етәкселек составына ҡарата күләмле сәйәси репрессиялар («таҙартыуҙар»), уларҙы ҡайһы бер тикшеренеүселәр СССР-ҙағы Сталин шәхесе культының тура эҙемтәһе булған «Оло террор» сәйәсәтенең өлөшө, сағылышы тип билдәләйҙәр. Ысынында репрессиялар 1936 йылдың икенсе яртыһында башлана, әммә 1937 йылдың май-июнендә М. Н. Тухачевскийҙы һәм башҡа ете юғары дәрәжәләге хәрбиҙәрҙе ҡулға алғандан һәм хөкөм иткәндән һуң репресиялар ҡолас йәйеп үткәрелә; 1937—1938 йылдарға репрессияларҙың юғары нөктәһе тура килә, ә 1939—1941 йылдарҙа кинәт туҡтатылғандан һуң, улар күпкә әҙерәк интенсивлыҡ менән дауам ителә. Репрессиялар сәйәси мотивтар буйынса эштән бушатыуҙа, ҡулға алыуҙа һәм уйлап сығарылған эштәр буйынса хөкөм итеүҙә кәүҙәләнә.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/fe/5marshals_01.jpg/320px-5marshals_01.jpg)
РККА һәм РКВМФ-тың меңләгән командирҙары һәм яугирҙары законһыҙлыҡ һәм фальсификацияланған ғәйепләүҙер ҡорбандары булалар. Сәйәси репрессияларҙың төп һөжүме юғары звеноның команда составына тура килә: СССР оорона наркомы урынбаҫарҙарына, хәрби округтар (флоттар) ғәскәрҙәре командующийҙарына, уларҙың урынбаҫарҙарына, корпус, дивизия, бригада командирҙарына ҡаршы йүнәлтелә. Идаралыҡтар һәм штабтарҙың команда-етәкселек составы, хәрби-уҡыу йорттарының профессор-уҡытыусылар составы бик ҙур зыян күрә[1]. Һуғыштан алдағы йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла сәйәси репрессияларҙың төп ҡорбандарын «хәрби-фашистик заговоры» һәм "уң троцкист ойошмалары"ның ағзалары тәшкил итә, уларҙың эштәрен СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы ҡарай. Кәрәкле күрһәтмәләр алыу өсөн ғәйепләнеүселәр мыҫҡыллауҙарға, туҡмауҙарға һәм язалауға дусар ителәләр. Тикшереү барышында «дошмандарға» һәм «шпиондарға» ҡарата «физик баҫым сараларын» ҡулланыу СССР-ҙың юғары партия һәм дәүләт етәкселеге тарафынан рөхсәт ителә. «Хәрби-фашистик заговорҙа» ҡатнашыуҙа ғәйепләнгән командирҙарҙың, начальниктарҙың һәм политработниктарҙың күпселеге юғары язаға — атып үлтереүгә хөкөм ителә. Шул уҡ көндө кисекмәҫтән хөкөм ителмәгән ҡайһы берҙәргә генә һуңынан был приговор холоҡто төҙәтеү-хеҙмәт лагеры менән алмаштырыла[2].