Пятс диктатураһы
1934 йылғы дәүләт түңкәрелеше һөҙөмтәһендә Эстонияла барлыҡҡа килгән тарихи осор (1934 йылдың 12 марты — 1939 йылдың 12 октябре) - милләтселек осор / From Wikipedia, the free encyclopedia
Пятс диктатураһы, Пятс режимы («өндәшмәү осоро», «тынлыҡ дәүере»[1]; эст. vaikiv ajastu) — 1934 йылғы дәүләт түңкәрелеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, демократик азатлыҡтың юҡҡа сығыуы, эстон милләтселегенең көсәйеүе, шулай уҡ ил иҡтисадының мөһим үҫеше менән ҡылыҡһырланған Эстония тарихындағы осор (1934 йылдың 12 марты — 1939 йылдың 12 октябре). Тарихтың был осоро Эстонияла ла, унан ситтә лә элеккесә бер төрлө генә аңлатылмай.