Пьетроассала табылған муйын ҡулсаһы
Көньяҡ Румынияның Пьетроасса ҡурғанында (хәҙерге Пьетроаселе)1837 йылда табылған муйынға тағыла торған алтын ҡулса, б. э. 250-400 й. ҡарай / From Wikipedia, the free encyclopedia
Пьетроассала табылған муйын ҡулсаһы (йәки Бузэу торк) — көньяҡ Румынияла (элекке Валахия) жудец Бузэуҙа Пьетроасса ҡурғанында (хәҙерге Пьетроаселе) 1837 йылда табылған муйынға тағыла торған алтын ҡулса. Ул б. э. 250—400 йылдарына ҡараған ҙур алтын хазинаның бер өлөшө тип билдәләнә. Муйын ҡулсаһы үҙе, йыш ҡына шулай билдәләнелеүенсә, рим-урта диңгеҙ сығышлы, унда гот телендәге яҙыу һаҡланған («өлкән Футарк» руна алфавиты).
Пьетроассала табылған муйын ҡулсаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 381 |
---|---|
Масса | 314,15 грамм |
Сәнғәт йүнәлеше | поздняя античность[d] |
Дәүләт | Румыния |
Урын | Национальный музей истории Румынии[d] |
Булдырыусы | Вестготы[d] |
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны | 2 |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Алтын |
Табылыу урыны | Q18541104? һәм Pietroasele[d] |
Пьетроассала табылған муйын ҡулсаһы Викимилектә |
Яҙыулы муйын ҡулсаһы етди фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар предметы булып ҡала, уның килеп сығышы, күмеп ҡуйыу сәбәптәре һәм датаһын билдәләү буйынса бик күп теориялар бар. Табылыу менән, уны төрлөсә тергеҙергә һәм үҙҙәренсә аңлатырға маташыуҙарҙан күп зыян күргән яҙыуҙы хәҙер ышаныслы итеп уҡый алыу мөмкин түгел һымаҡ. Әммә, муйын ҡулсаһының күптән түгел сығанаҡ торошта табылған һүрәтләнештәре ярҙамында, уның боҙолған өлөшөн йәнә тергеҙеү мөмкинлеге асылған. Дөйөм алғанда, яҙыулы муйынса готтарҙың христианлыҡҡа тиклемге мәжүси диненең тәбиғәтен аңлау мөмкинлеген биргән.