From Wikipedia, the free encyclopedia
Прокопьев Герман Терентьевич (17 октябрь 1922 йыл — 30 июнь 1999 йыл) — 52-се гвардия уҡсылар дивизияһының 124-се гвардия артиллерия полкы төҙәүсеһе, гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.
Прокопьев Герман Терентьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 17 октябрь 1922[1] |
Тыуған урыны | Сыуашстан, Рәсәй |
Вафат булған көнө | 30 июнь 1999[1] (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Түбәнге Новгород өлкәһе, Рәсәй |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Герман Терентьевич Прокопьев 1922 йылдың 17 октябрендә Сыуаш Республикаһы Цивильский районының Байгеево ауылында тыуа.
Сыуаш. Тулы булмаған урта белемле. 1945 йылдан КПСС ағзаһы. Армияға саҡырылғанға тиклем Башҡорт АССР-ы Бишбүләк районының Соловьевка ҡасабаһында колхозда эшләй.
1941 йылда Бишбүләк райвоенкоматынан Совет Армияһына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1942 йылдың апреленән.
1945 йылда гвардия старшинаһы Прокопьев демобилизациялана. Башҡортостанға ҡайтып, Соловьевка ауылында колхозда бригадир булып эшләй.
1947 йылда Герман Терентьевич Горький өлкәһенең Дзержинск ҡалаһына күсенә, Горэнергола электромонтер булып эшләй. 1995 йылда Еңеү Парадында ҡатнаша[2].
661-се уҡсылар полкының (200-сө уҡсылар дивизияһы) минометҡа төҙәүсеһе рядовой Г. Т. прокопьев 1944 йылдың 31 июлендә Дубнаны аша сыҡҡанда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
1944 йылдың 31 июлендә миномет уты менән дошмандың өс ут нөктәһен һәм 13 миномет һалдатын юҡ итә.
Г. Т. Прокопьев ошо батырлығы өсөн 1944 йылдың 15 авгусында III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
3-сө удар армияның 12-се гвардия уҡсылар корпусы, 52-се гвардия уҡсылар дивизияһының 124-се гвардия артиллерия полкы төҙәүсеһе гвардия сержанты Г. Т. прокопьев Берлинды алыуҙа ла айырылып тора. 1945 йылдың апрелендә Берлин урамдарындағы алышта Прокопьев төҙәүсе булған орудиеға дошман ике тапҡыр пехота ротаһы һәм үҙйөрөшлө орудие менән контрһөжүм яһап ҡарай. 200 метр арауыҡтағы немецтарға тура нводка менән ата һәм контрһөжүмде кире ҡаға. . Дошман яу яланында 16 һалдат һәм офицер мәйете, 2 станок пулеметын ҡалдыра.
Был батырлығы өсөн ул 1945 йылдың 3 июнендә II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1968 йылдың 1 октябрендәге указы менән I дәрәжә Дан ордены менән наградлана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.