Проект:Вики-яҙ 2017
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Вики-яҙ — 2017» — 2017 йылда өс ай буйы (март — май) үтәсәк Википедияның Wikimedia CEE Spring 2017 халыҡ-ара проектының Башҡортостан өлөшө.
Маҡсаты һәм мәғәнәһе — Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәренең Википедия бүлектәре менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, күрше илдәр тураһында белемде күтәреү, шулай уҡ Википедияны тема буйынса тулыландырыу.
Конкурста төрлө илдәрҙең ирекмәндәре ҡатнаша. Конкурс алдынан һәр ил өсөн мөһим мәҡәләләр исемлеге төҙөлә. Конкурс башланғас, башҡорт ҡатнашыусылары башҡа илдәр тураһында мәҡәләләр яҙа. Башҡа бүлектәге ҡатнашыусылар Башҡортостан һәм башҡа илдәр (үҙ иленән башҡа) мәҡәләләр яҙа.
Беҙҙең тырышлыҡ киләсәк яҙға тик ыңғай ваҡиғалар килтерер һәм илдәр араһындағы мөнәсәбәтте яҡшыртыр тип ниәтләнәбеҙ.
Ҡыҫҡаса: Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре темаһы буйынса мәҡәләләр яҙабыҙ (мәҫәлән, поляк аш-һыуы, Венгрия географияһы, словак музыкаһы, Болгария тауҙары, Украина хужалығы һ.б. |