Проект:Википедияла Азия айлығы — 2016
From Wikipedia, the free encyclopedia
HOME | MEDIA | 2022 | 2021 | 2020 | 2019 | 2018 | 2017 | 2016 | 2015 |
Викимарафон | Ҡатнашыусылар | Тәҡдим ителгән мәҡәләләр | Партнерҙар һәм бағыусылар | Киң мәғлүмәт саралары һәм социаль селтәрҙәр |
Википедияла Азия айлығы — 2016 — ноябрь айында үткәреләсәк викимарафон. Википедияның төрлө тел бүлектәрендә Азия ҡитғаһына ҡағылышлы яңы мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарын тулыландырыу маҡсатында ойошторола. Марафонға Википедияның һәр бүлегенән мөхәррирҙәр ҡушыла ала.
Бер телдә дүрт һәм унан күберәк мәҡәлә яҙған ҡатнашыусыға марафондың махсус открыткаһы тапшырыласаҡ. Ул марафонда ҡатнашыусы илдәрҙең береһенән почта аша ебәреләсәк.
Иң күп мәҡәлә яҙған ҡатнашыусыларға Азияның Википедиялағы илсеһе (ингл. Wikipedia Asian Ambassador) исеме биреләсәк.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/80/Asia_%28orthographic_projection%29.svg/320px-Asia_%28orthographic_projection%29.svg.png)
Башҡорт Википедияһының әүҙем марафонсылары өсөн махсус бүләктәр әҙерләнә.
Шулай уҡ бағыусыларҙан яңы тәҡдимдәр ҡабул ителә.
Марафон шарттары
- Түбәндәге шарттарҙы үтәгән ҡатнашыусылар марафонға ҡабул ителә:
- Башҡорт Википедияһында теркәлгән булыу.
- Марафон иҫәбенә индерәләсәк мәҡәләләргә талаптар:
- Тематик яҡтан Азияға ҡағылышлы булыу. Башҡорт Википедияһында Башҡортостанға ҡағылышлы яҙылған мәҡәләләр марафон иҫәбенә инмәй.
- Азия илдәре тураһында ҡыҫҡа мәҡәләләрҙе тулыландырыу.
- Мәҡәлә күләме 300 һүҙҙән йәки 3000 байттан кәм түгел.
- Эстәлеге әһәмиәтле булырға тейеш.
- Мәҡәлә йөкмәткеле булырға тейеш.
- Сығанаҡтарҙың күрһәтелеүе мотлаҡ.
- Етешһеҙлектәрҙе күрһәткән ҡалыптар булмаҫҡа тейеш (мәҫәлән, {{орисс}}, {{НТЗ}}, {{Һылтанмалар юҡ}} һ.б.).
- Мәҡәләнең исемлек булмауы шарт.
Урындағы ойоштороусылар
Ҡатнашыусылар һәм мәҡәләләр
Ҡатнашыусылар һәм мәҡәләләр исемлеген бында ҡарағыҙ.
Проекттың башҡа бүлектәре
- Башҡорт Википедияһында Азия темаһы буйынса яҙырға тәҡдим ителгән мәҡәләләр
- Башҡорт Википедияһының проект өсөн махсус открыткаһын төҙөү
- Бағыусылар
- Киң мәғлүмәт саралары проект тураһында
Халыҡ-ара берләшмәләр
Марафонда ҡатнашыусы Википедия тел бүлектәре
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/5/5a/Wikipedia%27s_W.svg/40px-Wikipedia%27s_W.svg.png)
Марафонды ойоштороусы бүлексәләр
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/8b/Wikimedia-logo_black.svg/40px-Wikimedia-logo_black.svg.png)