Поляр координаталар системаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Поляр координаталар системаһы — яҫылыҡтағы һәр нөктә ике һан — поляр мөйөш һәм поляр радиус менән бер төрлө билдәләнгән ике үлсәмле координаталар системаһы. Поляр координаталар системаһы бигерәк тә нөктәләр араһындағы бәйләнеште радиустар һәм мөйөштәр рәүешендә һүрәтләү ябайыраҡ булған осраҡта файҙалы; киңерәк таралған Декарт, йәки тура мөйөшлө, координаталар системаһында ундай бәйләнештәрҙе тик тригонометрик тигеҙләмәләр ҡулланыу юлы менән генә булдырырға мөмкин.
Поляр координаталар системаһы нулле нур, йәки поляр күсәр тип аталған нур менән бирелә. Был нур сыҡҡан нөктә координаталар башы, йәки полюс тип атала. Яҫылыҡтағы теләһә ниндәй нөктә радиаль һәм мөйөшлө ике поляр координата менән бирелә. Радиаль координата (ғәҙәттә тип тамғалана)нөктәнән координаталар башына тиклемге алыҫлыҡҡа ярашлы. Мөйөшлө координата шулай уҡ поляр мөйөш йәки азимут тип атала һәм тип тамғалана, ул был нөктәгә барыу өсөн поляр күсәрҙе сәғәт уғы йүнәлешенә ҡаршы борорға кәрәк булған мөйөшкә тигеҙ.[1]
Ошолай итеп билдәләнгән радиаль координата нулдән сикһеҙлеккә тиклемге ҡиммәттәр ҡабул итә ала, ә мөйөшлө координата 0°-дән 360°-ҡа тиклем ҡиммәттәр ҡабул итә. Әммә, уңайлылыҡ өсөн поляр координатаның ҡиммәттәре өлкәһен тулы мөйөштән ситкә киңәйтергә, шулай уҡ уға поляр күсәрҙе сәғәт уғы йүнәлешендә бороуға тап килгән тиҫкәре ҡиммәттәр ҡабул итергә рөхсәт итергә лә мөмкин.