Подденежный Григорий Максимович
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Подденежный Григорий Максимович (12 февраль 1924 йыл — 18 октябрь 2000 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Моторлаштырылған разведка ротаһы автоматсылары взводы командиры, сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
Подденежный Григорий Максимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 12 февраль 1924 |
Вафат булған көнө | 18 октябрь 2000 (76 йәш) |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Григорий Максимович Подденежный 1924 йылдың 12 февралендә Никольское ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Бәләбәй районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Украин. 1945 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Биш йәшенән етем ҡала. 1937 йылда ауыл мәктәбендә биш класты, Бәләбәй ҡалаһында ете класты тамамлай. Дәүләкән ауыл хужалығын механизациялау мәктәбендә токарь һөнәрен ала. 1942 йылдың мартынан Бәләбәй машина-трактор станцияһында һөнәре буйынса эшләй.
Ҡыҙыл Армияға 1942 йылдың 5 сентябрендә алына һәм Рига пехота училищеһына (Стәрлетамаҡ ҡалаһында эвакуацияла эшләй) ебәрелә. 1942 йылдың декабрендә хәрәкәт итеүсе армияға алына, унда 15-се гвардия уҡсылар дивизияһының 44-се гвардия уҡсылар полкы һалдаты була. 1943 йылдың 12 авгусында Харьков ҡалаһы өсөн һуғышта яралана. Госпиталдә уға беренсе наградаһы — «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырыла. Һауығып сыҡҡандан һуң армияла разведчик булып китә.
Северский Донец йылғаһынан алып Румыния, Венгрия, Австрия һәм Чехословакияға тиклем барып еткән старшина Г. М. Подденежный Гитлер Германияһы тар-мар ителгәс, Алыҫ Көнсығышта япон милитаристарына ҡаршы һуғышта бронемашина командиры булараҡ ҡатнаша.
Һуғыштан һуң Г. М. Подденежный СССР Эске эштәр министрлығының Ленинград хәрби-сәйәси училищеһында уҡый, һуңынан Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт итә, 1952 йылдан Совет Армияһында артабан, рота командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй.
1966 йылдың октябренән капитан Г. М. Подденежный — запасҡа сыға, ә аҙаҡ отставкаға китә. Өфө ҡалаһында йәшәй. «Химпром» берекмәһенең хәрбиләштергән һаҡлау отряды начальнигы булып эшләй (ВОХР).
2000 йылдың 18 октябрендә вафат була. Өфөнөң Төньяҡ (Тимашев) зыяратында ерләнгән[1].
2-се Украин фронты штабы разведка бүлегенең 10-сы айырым моторлаштырылған разведка ротаһының автоматсылар отделениеһы командиры сержант Григорий Подденежный разведка төркөмө составында 1943 йылдың 11 ноябрендә Украинаның Запорожье өлкәһе Пологов районы тарасовка ауылы эргәһендә дошман тылына үтеп инә һәм өс дошман һалдатын юҡ итә, мәһим разведка мәғлүмәттәре алып ҡайта. 1944 йылдың 7 ғинуарында разведчиктар төркөмө составында Кировоград (Украина) ҡалаһы районында сержант Г. М. Подденежный дошмандың хәрәкәт итеүсе тере көсө һәм танкылары тураһында мәғлүмәт йыйып тапшыра. Разведчиктарҙың китеүен ҡаплап, ҡаһарман яугир бер нисә гитлерсыны юҡ итә.
Һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн сержант Григорий Максимович Подденежный 1944 йылдың 31 октябрендә 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.(№ 130281).
1944 йылдың 30 авгусында разведка бүлексәһе башында румынияның Тыргу-Фрумос ҡалаһы районында дошман тылына үтеп инә. Разведчиктар тиәҫтә самаһы гитлерсыны юҡ итә, «тел» ала һәм штабҡа дошмандың оборонаһы тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр еткерә.
Һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн сержант Григорий Максимович Подденежный 1944 йылдың 28 ноябрендә 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 6981). 1944 йылдың 18 декабрендә ҡараған төндә сержант Подденежный етәкселегендә бер төркөм разведчик дошмандың тылында инә, Венгрияның Надьберенсонь тораҡ пункты эргәһендә Инпель йылғаһын аша сыға. Дошман уларҙы һиҙеп ҡалып, яугирҙарға һуғышҡа инергә тура килә, һөҙөмтәлә тиҫәт самаһы гитлерсы юҡ ителә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 28 апрелендәге указына ярашлы, немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн сержант Григорий Максимович Подденежный 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләеләнеп (№ 131), Дан орденының тулы кавалеры була.
2005 йылдың 4 майында Өфө ҡалаһының Калинин районында Дан орденының тулы кавалеры Г. М. Подденежный йәшәгән йорттоң фасадына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.