![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/68/Platov-Aero-2017.jpg/640px-Platov-Aero-2017.jpg&w=640&q=50)
Платов (аэропорт)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Платов аэропорты (IATA: ROV, ICAO: URRP) — Дондағы Ростовта халыҡ-ара аэропорт, Шолохов проспектындағы иҫке аэропортҡа алмашҡа килеүсе. Дондағы Ростовтан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 29 километр алыҫлыҡта Ростов өлкәһенең Аҡсай районында, Новочеркасск ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 15 км (Грушевская станицаһынан 4 км төньяҡтараҡ, М.-4 федераль автотрассаһы эргәһендәге) урынлашҡан. Казак атаманы Матвей Платов хөрмәтенә аталған.
Платов | |
![]() | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Аксайский район[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 70 метр |
Алыштырған | Дондағы Ростов аэропорты |
Хеҙмәтләндереүсе | Аэропорты Регионов[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1 декабрь 2017[1] |
Пассажирҙар ағышы | 3 236 000 |
Хеҙмәтләндерелгән ҡала | Дондағы-Ростов[2] |
Майҙан | 50 629 квадрат метр |
Рәсми сайт | rov.aero |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Контрольная точка аэродрома | 47°28′18″ с. ш. 39°55′26″ в. д.HGЯO |
Осоу-ултырыу һыҙаты | 05/23 |
ИАТА аэропорты коды | ROV |
ИКАО аэропорты коды | URRP |
![]() |
Ростовтың яңы аэропорты 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионатҡа әҙерлек сиктәрендә төҙөлгән[3]. Хәҙерге Рәсәй тарихында Көньяҡ федераль округта нулдән төҙөлгән беренсе[4], пассажирҙар ағымы буйынса өсөнсө (Краснодар һәм Сочиҙан һуң) ҙур аэропорт[5]. Даими рейстар өсөн аэропорт 2017 йылдың 7 декабрендә асыла[6].
Аэродром A310 Airbus, Аirbus a319, Airbus A320, A321 Airbus, A330 Airbus, Boeing 737, 747 Boeing, Boeing 757, 767 Boeing, Воеіпg-777, CRJ, Ан-124, Ил-62, Ил-76, Ту-154, Ту-204 бөтә төр самолеттарҙы, шулай уҡ вертолеттарҙы ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Осоу-ултырыу һыҙатының классификациялы осоу һаны (PCN) 57/R/A/W/T, Яһалма осоу-ултырыу һыҙаты II категория буйынса йыһазландырылған[7].
2019 йылдың 5 февралендә абруйлы Skytrax (Бөйөк Британия) халыҡ -ара рейтинг ойошмалары эксперттары үткәргән аэропорт аудит йомғаҡтары буйынса 5 йондоҙ рейтингына лайыҡ була. Рәсәй аэропорты 1989 йылдан булған рейтингтар осоронда тәүге тапҡыр бындай баһаға лайыҡ була.[8][9]