Пирамида (геометрия)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Пирами́да (бор. грек. πυραμίς, род. п. πυραμίδος) — ҡырҙарының береһе (нигеҙе тип аталған) — ирекле күпмөйөш, ә ҡалған ҡырҙары (эргә ҡырҙары тип аталған) — уртаҡ түбәһе булған өсмөйөштәр булған күпҡыр[1]. Нигеҙенең мөйөштәре һаны буйынса пирамидалар өсмөйөшлө (тетраэдр), дүртмөйөшлө һ. б. булалар. Пирамида конустың айырым осрағы[2].
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Пирамида.