From Wikipedia, the free encyclopedia
Пикфорд йорт-музейы (ингл. Pickford's House Museum) — Дерби ҡалаһында георгион архитектураһы бинаһында урынлашҡан музей.
Был бинаны 1760 йылда архитектор Джозеф Пикфорд (ингл. Joseph Pickford) үҙ ғаиләһе өсөн төҙөгән. Һуңынан ул үҙ йортон бай клиенттарға үҙ эшенең өлгөһө итеп күрһәткән[1]). Был бинала костюмдар һәм георган осоро музейы урынлашҡан. Беренсе ҡатында ҡунаҡ, аш, ял, гардероб, кухня, кер йыуыу бүлмәләре, келәт һәм хеҙмәтеләр өсөн һалам түшәкле ял бүлмәһе урынлашҡан. Йорттоң подвалы 1940 йылдарҙағы кеүек бомбанан һаҡланыу урыны итеп эшләнгән. Өҫкө ҡат ҡурсаҡ театрҙарына һәм уларҙың тарихына бағышланған[2]. 2006 йылдың апреленән музей, ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан[1], ойошторолған төркөмдәр өсөн генә эшләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.