Персеполь
From Wikipedia, the free encyclopedia
Персеполь[1] (бор. грек. Περσέπολις — һүҙмә-һүҙ: Фарсылар ҡалаһы, бор. фарсы Pārsa), Техте-Джемшид[1] (фарс. تخت جمشید — һүҙмә-һүҙ: Джамшид тәхете) — б. э. т. VI—V быуаттарҙа барлыҡҡа килгән боронғо фарсы ҡалаһы, ҙур Әһәмәниҙәр империяһының баш ҡалаһы. Б. э. т. 330 й. Искәндәр Зөлҡәрнәй баҫып алғандан һуң, янғында юҡҡа сыға.
- Персеполис бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Персеполис (мәғәнәләр).
Шираздан төньяҡ-көнсығышҡа — 50, Тәһрандан көньяҡҡа сама менән 900 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Административ бүленеш буйынса Фарс провинцияһының Марвдашт шәһәрстанына инә, Марвдашт ҡалаһынан алыҫ түгел. Һарай комплексы ҡалдыҡтары һаҡланған. Персеполдә һарай комплексы, культ ҡоролмалары ҡалдыҡтары һ. б. күп нәмәләр һаҡланған. Хәҙерге көндә Персеполь харабалары 135 000 м² майҙанды биләүсе юғары платформалы ҙур һарай комплексынан тора. Персеполдән биш километр алыҫлыҡта Накше-Рөстәм батша кәшәнәһе урынлашҡан. Шулай уҡ Накше-Рөстәм һәм Накше-Рәжәп ҡая рельефтары билдәле. Персеполдә һыу үткәргестәр һәм канализация булған, уны төҙөүҙә ҡолдар хеҙмәте ҡулланылмаған.
Персеполдән 70 км төньяҡ-көнсығышта Фарсыстандың алдағы баш ҡалаһы Пасаргады урынлашҡан.
Персеполдә күп боронғо дәүер ҡоролмалары емереклектәре һаҡланып ҡалған, шуларҙан 72 колонналы церемониаль залы булған Ападана һарайы иң билдәлеһе.